Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
28 Апрель 2022, 16:30

"Мин башлайым!"

Андрей Назаров тыуған көнөндә ҡыҙыҡлы флешмоб иғлан итте. 

"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Геннадьевич Назаров үҙенең тыуған көнөн билдәләй! Ошо айҡанлы ул социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы һәм үҙенсәлекле флешмоб иғлан итте.

“Бөгөн тыуған көнөм уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итәм. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт.

Тағы ла бер яҡшы йола барлыҡҡа килһен ине. Башҡортостанда йәшәгән йәки тыуғандарҙың барыһын да кесе Ватанға ысын һөйөү берләштерә. Республикабыҙ уникаль тип иҫәпләйем һәм һәр кем шулай уйлайҙыр тип ышанам. Уның матурлығын күрер өсөн ғүмер ҙә етмәҫ, моғайын.

Башҡортостанда уның матурлығын яратҡан кешеләр күп йәшәй. Флешмоб тәҡдим итәм: әйҙәгеҙ, “Был да Башҡортостан” тип әйтерлек фотоһүрәттәр йыяйыҡ һәм башҡаларҙы ғәжәпләндерәйек. Һәр кем уға икенсе яҡтан ҡараһын әйҙә: ҡояш байыған һәм таң атҡан мәлдәр, йылға-күлдәр, тауҙар һәм тигеҙлектәр, ҡалалар һәм ауылдар, йорттар һәм майҙандар, заводтар һәм фабрикалар, урамдар һәм тыҡрыҡтар, хайуандар һәм үҫемлектәр.

Фотоларҙы үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәргә һалығыҙ һәм #ЭтоТожеБашкортостан тигән хештег ҡуйығыҙ. Аҙаҡ уның буйынса үтеп, бергәләп республикабыҙҙың ни тиклем матур булыуына һоҡланайыҡ.

Мин башлайым! #ЭтоТожеБашкортостан” тип яҙҙы ул.

Был флешмобҡа республиканың министрлыҡ һәм ведомство, муниципалитет етәкселәре һәм ябай кешеләр әүҙем рәүештә ҡушылған да. Ошо #ЭтоТожеБашкортостан хештег буйынса инеп ҡарарға ла була.

Фото: "Бәйләнештә". 

#ЭтоТожеБашкортостан

"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
"Мин башлайым!"
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: