Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Май 2022, 16:00

Йәнлектәр әүҙемләшә

Мышылар Ағиҙелде йөҙөп сыға, айыуҙар һыу буйында уйнай

Йәнлектәр әүҙемләшә
Йәнлектәр әүҙемләшә

Һуңғы осорҙа ҡыр хайуандары әүҙемләшеүе һиҙелә. Яҙ үҙенекен итә, урманда ла тормош ҡайнай. Бөгөн Өфөнөң Кузнецовский Затон биҫтәһе эргәһендә мышы Ағиҙел йылғаһын йөҙөп сыҡҡан мәлен видеоға төшөрөп алғандар. Һыуыҡ һыуға төшөргә сирҡанмаған мышының аръяҡта кисектергеһеҙ эштәре күп булғандыр инде.

“Башҡортостан” Милли паркы хеҙмәткәрҙәре иһә ике балаһын эйәртеп яр буйында йөрөгән инә айыуҙы видеоға төшөргән. Инә айыуҙар иң хәстәрлекле әсәләр. Үҙҙәре ас булһалар ҙа, балаларына гел ашарға табалар. Инә айыу уларҙы һунар итергә өйрәтә, һаҡлай.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау һәм һунарсылыҡ бүлеге мөдире урынбаҫары Глеб Егоров хәбәр итеүенсә, әле яҙ шауҡымы менән хайуандар бер аҙ ҡурҡыуҙы юғалтып, юлдарға килеп сыға, кеше күҙенә салына. Был осраҡта кешегә һаҡ булырға кәрәк. Урманда ҡырағай йәнлектәрҙең балаларына тап булған осраҡта, янына килмәҫкә, һыйпамаҫҡа, ипләп кенә сигенеп, арта китергә кәрәк. Ғөмүмән, тәбиғәттә осраған йәнлектәргә ашарға биреүҙән баш тартығыҙ, был уларға зыян ғына килтерәсәк.

Автор фотолары.

Йәнлектәр әүҙемләшә
Йәнлектәр әүҙемләшә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: