Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
19 Май 2022, 15:30

Бөгөн Ураҙбайҙа ҡар яуған...

Ә һеҙҙә һауа торошо нисек?

Бөгөн Ураҙбайҙа ҡар яуған...
Бөгөн Ураҙбайҙа ҡар яуған...

Быйыл май һис тә йылы көндәре менән ҡыуандырмай. Һалҡын көндәре етмәгән, йә ямғыр яуа, йә боҙборсаҡ бешеп китә. Бөгөн иһә, 19 майҙа ҡар яуған. Был фотоһүрәтте Ишембай районының Ураҙбай ауылынан ебәрҙеләр. Күренеүенсә, гөрләп үҫеп ултырған баҡсаға ҡар яуған.

Әйткәндәй, был ғына ҡар менән ауылдың өлкән кешеләрен аптыратырлыҡ түгел. Улар хәтерләүенсә, 1981 йылдың 19 майында унда ярты метр самаһы ҡар яуып киткән. Күрәһең, быйылғы яҙҙа ла әллә ни матур көндәр булмаҫ.

Һеҙҙә һауа торошо нисек, дуҫтар? Ҡар яумаймы?

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: