Асҡын районының бер ауылында йәшәгән ғаилә урманға сәйәхәтендә яңы тыуған мышы быҙауҙарын осрата һәм, инәләре килеп сыҡмаһын тип, тиҙерәк был урындан китеү яғын ҡарайҙар. Икенсе көнөнә был урынға тағы киләләр һәм мышы балаларының шул уҡ ерҙә хәлһеҙ ятҡанын күреп, йәлләп, өйҙәренә алып ҡайталар.
Бер нисә көн ашатҡас, күҙгә күренеп мандып китә Ваня һәм Маня (уларға шундай исем ҡушалар). Урмандағы йәнле табыш тураһында бер аҙнанан һунарсылар хужалығына хәбәр ителә. Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре шул тирәләге урманды ҡарап сыға, тик инә мышы табылмай, браконьерҙарҙың да эҙе булмай.
Оло мышы яҡында йөрөгән кешеләрҙән ҡурҡып үҙе был урынды ташлап киткәндер, тигән фараз яһала. Белгестәр фекеренсә, мышылар, ғәҙәттә, быҙаулаған урынына имеҙер өсөн ҡабат әйләнеп килә, тағы китә - бындай осраҡтарға тап булып, ярҙам итергә тырышыусыларға ошолар тураһында белеү зарур.
Ветеринарҙың тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, мышы быҙауҙары һау-сәләмәт. Тик, бынан ары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы кәртәлә генә тотасаҡтар, сөнки, һәр ваҡыт кеше ярҙамына мохтаж булып, ҡырағай тәбиғәткә ылығып китә алмаясаҡтар. Бына ни өсөн ҡыр йәнлектәрен ҡулға өйрәтергә ярамай. Кешеләр яҡшылыҡ эшләйем тип, киреһенсә, үҙҙәре лә аңламайынса уларға яманлыҡ ҡыла.
Урманда ҡырағай йәнлектәрҙе тап итһәгеҙ, Экология министрлығына (347) 2180430 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: bashnews.ru