Хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Баймаҡта, Әбйәлилдә, Белоретта, Учалыла ҡар яуған. Баҡсала йәшелсә сәселеп, алмағастар сәскә атҡайны бит әле... Баҡсаны нисек һаҡлап алып ҡалырға, кәңәштәрегеҙҙе көтәбеҙ!
Мөғжизә
Ҡар ҡатышлап тышта ямғыр яуа,
Яҙ менән ҡыш һаман талаша.
Кисә генә сәскәле яҙ ине,
Бөгөн, ана, ҡарлы тамаша...
Яйлап яуған ҡарлы ямғыр һыуы
Ағып төшә йырын-үҙәктән.
Был тәбиғәт бөтмәҫ мөғжизә тип,
Тәҙрә аша көндө күҙәтәм.
Ҡар ҡатышлап тышта ямғыр яуа,
Тау биттәрен ап-аҡ ҡар япҡан.
Әйтерһең дә, май аҙағы еткәс,
Хәл белергә тиеп, ҡыш ҡайтҡан...
Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов.
Фото: vk.com