Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
31 Май 2022, 22:00

Йәтсәме, шәшкеме?

Был ҡот осҡос хәл ҡайһы төбәктә булған? 

Йәтсәме, шәшкеме?
Йәтсәме, шәшкеме?

Журналист Сибәғәт Рахманғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә интернет селтәренән алынған видеояҙма менән уртаҡлашты.

“Күпме ҡаза килтергән бит ауыл кешеһенә, бынау ҡарап тороуға илгәҙәк кенә йән эйәһе. Ах, мөртәт икән... Ниндәй ауылда булған икән был имәнес ваҡиға, кем белә?” – тип яҙҙы ул.

Комментарийҙарҙа бирелгән яуаптан күренеүенсә, был хәл Татарстандың Юғары Ослан районының Ямбулат ауылында булған.

Күптәр видеолағы йәнлекте йәтсә (ласка) тип атаны, шулай уҡ шәшке (норка) вариантына туҡталыусылар ҙа күп кенә. Ҡарһаҡ, чупакабра тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, анаусама ҡошто әрәм иткән был йыртҡыс йәнлектең исеме нисек?

Фото: видеонан скриншот.

Видеояҙма: С. Рахманғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: