Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
10 Июнь 2022, 17:00

Туҡтармы был ямғыр быйыл, юҡмы?..

Алдағы оҙайлы ялдарҙа ла ҡулсатырҙар һәм резина итектәр тураһында оноторға ярамай, сөнки йылы һәм ҡоро һауа торошо көтөлмәй.

Туҡтармы был ямғыр быйыл, юҡмы?..
Туҡтармы был ямғыр быйыл, юҡмы?..

Былтыр йәй ямғырҙар көтөп зарыға инек, быйыл ямғырлы, һалҡын көндәрҙән ялҡып, кешеләр ҡояшлы көндәр көҫәй. Туҡтамай яуған ямғырҙар сәбәпле был аҙнала ҡайһы бер райондар хатта һабантуй үткәреүҙе кисектерҙе.

Ҡасан йылытыр икән һуң? Был һорауға Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская яуап бирә. Синоптик белдереүенсә, алдағы оҙайлы ялдарҙа ла ҡулсатырҙар һәм резина итектәр тураһында оноторға ярамай, сөнки йылы һәм ҡоро һауа торошо көтөлмәй.

“Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшенле ямғырҙар һаҡлана, ләкин уларҙың көсөргәнешлеге кәмей. Ел төньяҡ-көнбайыштан, киҫкен. Һауа температураһы төндә +8, +13, көндөҙ аяҙытҡанда +17, +22-гә тиклем.

12 июндә, ҡала көнө иң һалҡыны була: һауа температураһы төндә +7, +12-гә тиклем түбәнәйә, көндөҙ +14, +19-ға тиклем көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Уның ҡарауы, 14 июндән +25-кә тиклем йылытыу көтөлә, яуым-төшөм кәмей”, – тип һөйләне ул “Рәсәй 24. Башҡортостан“ телеканалы эфирында.

Фото: smartik.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: