Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
17 Июнь 2022, 10:00

Аҡҡош атыусыны хөкөм иткәндәр

8 майҙа Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан алыҫ түгел ике аҡҡоштоң береһе яралы булыуын күреп ҡалалар. Аҙаҡ ата ҡош, ҡанһырап, йомортҡаларын баҫып ултырған инәһенең эргәһендә йән биргән...  

Аҡҡош атыусыны хөкөм иткәндәр
Аҡҡош атыусыны хөкөм иткәндәр

Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре үлгән аҡҡошто ғына тап итә, ә инәһе был урында булмай сыға. Яуызлыҡ ҡылған 34 йәшлек Сибай кешеһе ғәйебен таныуға-таный. Башҡортостандың Экология министрлығында был ышылдаҡ (бөҙрә) аҡҡоштоң Рәсәйҙең дә, Башҡортостандың да Ҡыҙыл китабына индерелмәгәне, шулай ҙа йәнлектәр донъяһында уның үрсеүе айырым иғтибар талап иткәнлеге тураһында асыҡлап киткәндәр.

Уны атыу министрлыҡтың рөхсәте нигеҙендә генә башҡарылырға мөмкин икән. Ә ғәйепләнеүсенең был турала документы булмаған.

Рөхсәтһеҙ аҡҡош атыусы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған: БР-ҙың Административ тәртип боҙоуҙар кодексының 5.6-сы статьяһына ярашлы, ул бер йәки ике мең һум штраф түләй, бынан тыш, законһыҙ рәүештә ҡошто аулап, килтергән зыян күләмен - 6270 һумды - ҡапларға бурыслы.

Фото: gtrk.tv

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: