Өфөлә һәм ҡала янында йәшәгәндәр, ғәҙәти булмаған эре үрмәкселәрҙе күреп, ҡурҡыуға ҡалған, тип хәбәр иткән «КП-Өфө» яңылыҡтар порталы. Был бөжәктәрҙе тәүҙә Булгаков ауылында күрһәләр, артабан Өфөнөң Ағиҙел яры буйында ла тап итеүселәр булған.
Үрмәкселәрҙең ниндәй төрҙән булыуын, кешегә зыяны бармы, ағыулы түгелме икәнлеген белеү өсөн биология фәндәре кандидаты Михаил Кривошеевҡа мөрәжәғәт иткән яңылыҡтар порталы.
Баҡтиһәң, был көньяҡ рус тарантулы (южнорусский тарантул) икән. Башҡортостанда ла осорай торған төр. Ҡайһы бер йылдарҙа уларҙың күбәйеп китеүе лә ихтимал, ти ғалим. Тик бының сәбәбен аныҡ ҡына аңлата алмайҙар, һауа температураһына ла бәйле булыуын билдәләйҙәр.
Әле үрмәкселәр оя яһау, аҙыҡ эҙләү маҡсатында күсеп йөрөй, бәлки, алда булған һыуыҡтар уларҙы өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр иткәндер, ти М. Кривошеев. Төп һорау, ағыулымы-юҡмы, тигәнгә, ғалим: «Бүтән үрмәкселәр кеүек үк, көньяҡ рус тарантулы ла ағыулы иҫәпләнә. Әсе итеп тешләп алыуы ихтимал, әммә ағыуы кешегә зыянһыҙ. Башлап теймәһәң, тешләмәй, ағыу уға сиңерткәләргә һәм башҡа бөжәктәргә һунар итеү өсөн кәрәк», - тип тынысландырған.