Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
18 Июнь 2022, 20:45

Балыҡсы ҡурҡыныс януар тотҡан!

Был хәл 15 июндә Ҡариҙел йылғаһында булған. Беҙҙең гәзиттең рәссамы Нәсих Хәлисов балыҡҡа барған...

Балыҡсы ҡурҡыныс януар тотҡан!
Балыҡсы ҡурҡыныс януар тотҡан!

"Башҡортостан" гәзитенең художестволы редакторы Нәсих Хәлисов - оҫта балыҡсы. Йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә йылға-күл буйына йөрөй. Уҙған шаршамбыла ла Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы буйына төшә.

Әммә был юлы ҙур-ҙур балыҡтар урынына аңлайышһыҙ януарҙы тартып сығара. Ҡармағының бер ырғағында - кипкән балыҡ, икенсеһендә - сәйер үле йәнлек. Саҡ-саҡ ысҡындырып ситкә ташлағас, уны фотоға төшөрә. Шуға ҡарап, ҡыҙы был хайуандың игуана икәнен әйтә.

Һуңғы осорҙарҙа бай кешеләр өйҙәрендә ниндәй генә экзотик хайуандар һәм ҡоштар тотмай. Крокодил, йылан, юлбарыҫ, бүре... Аҙаҡтан, ялҡҡас, уларҙы тәбиғәткә сығарып ташлайҙар. 

Бер нисә йыл элек беҙҙең редакцияның дуҫы, авторы Әсләм Камалов та йылғала пиранья тотҡайны. Ул тере ине. Был йыртҡыс балыҡ Көньяҡ Америка һыуҙарын төйәк итә. Әммә, күрәһең, беҙҙә лә уны аквариумда тотоусылар бар. Һуңынан һыу ятҡылығына ебәргәндәрҙер. Ә бит пиранья бөтә тереклеккә ташланып, өҙгөсләп ташлай. Был балыҡтар өйөрө һөжүм итһә, бер нисә минут эсендә хайуандан да, әҙәмдән дә бер нимә лә ҡалмай...

Йәй башланды. Эҫетә. Һыу төшәбеҙ. Һаҡ булығыҙ, беҙҙе йылға-күлдә төрлө хәүеф һағалауы бар.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: