БДУ биологтары үҙенсәлекле бал ҡорттары тоҡомон — Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау менән шөғөлләнә, был ҡорттар тик "Башҡорт Уралы" биосфера ҡурсаулығында һаҡланған, айырыуса "Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы белгестәре был ҡорттарҙы һаҡлау менән шөғөлләнә.
Был тоҡомдоң үҙенсәлеге шунда – улар тәү сиратта йүкә балынан һеркә йыя. Һөҙөмтәлә башҡорт балының юғары сифатлы булыуы тәьмин ителә.
Биология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Айрат Ишбирҙин былай тип аңлата: "Тоҡом үҙенсәлекле, сөнки бал ҡорттары ағастарҙа урынлашҡан солоҡ умарталарында йәшәй. Башҡортостанда ғына боронғо кәсеп — солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған, был һөнәр башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы булып тора".
Бөрйән бал ҡорто элек-электән генетик изоляцияла тора, шуға күрә көньяҡ Уралдың ғына йәшәү шарттарына яраҡлаштырылған. Ғалимдарҙың төп бурыстарының береһе — бал ҡорттарының популяция-генетик төрҙәрен һаҡлап ҡалыу ысулдарын индереү.
Ғалимдар бал ҡорттарының биологияһын һаҡлау һәм һанын арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Һөҙөмтәлә ике патент алынған - "Бөрйән солоҡ бал ҡорто" тоҡомона һәм һеркә составы буйынса башҡорт балының географик килеп сығышын билдәләү ысулына.
Әлеге ваҡытта тикшеренеүселәр "Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биохимия һәм биология институты менән бер рәттән киләсәктә Бөрйән солоҡ ҡортон етештерергә һәм экспортларға, уны баҙарға, шул иҫәптән сит илдәргә сығарырға, башҡорт солоҡ балын милли продукт булараҡ киң таратырға планлаштырыла.
Фотолар Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.