Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Июль 2022, 08:00

Кисә һеҙҙә ямғыр яуҙымы? Яуһа, һаҡ булығыҙ!

Имсе Хафиза Баязитова белмәй әйтмәҫ...

Кисә һеҙҙә ямғыр яуҙымы? Яуһа, һаҡ булығыҙ!
Кисә һеҙҙә ямғыр яуҙымы? Яуһа, һаҡ булығыҙ!

15 июндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы "Бәхетнамә" тапшырыуы үҙенең төркөмөндә Әбйәлилдән имсе Хафиза Баязитованан 2 июлгә һынамыш ҡуйғайны.

"Аллаға шөкөр, йыл бҽҙҙҽң Урал аръяғы өсөн һәйбәт килдҽ.  Үткән йылдарҙа апрҽль-май айҙарында ямғыр яумай, йәйҙҽң эҫҽ тороуы ҽрҙҽ ныҡ киптҽргәйнҽ. Быйылғы ямғырҙарҙан йылға-күлдәрҙҽң һыуы артты, ҽрҽбҽҙ ҙә һыуға туйынып, үлән күкрәп үҫә. 

Нисәмә йылдар һынап килгән бҽр һынамыш: әгәр 2 июлдә ямғыр яуһа, ул бер ай тирәһҽ яуасаҡ, тип әйтә торған инҽ ололар. Уныһы индҽ Аллаһ Тәғәлә ҡулында. Быйыл иртә сәскән игҽн уңышы мул буласаҡ тип фараз итҽлә", – тигән һүҙҙәре килтерелә уның.

Әлегә ямғырҙан да хәүефлерәк күренештәр бар. Бына июлдең тәүге көнөндә Дәүләкән районындағы Алға ауылында боҙло борсаҡ яуған. Әбйәлил районында иһә ҡырау төшөп, йәшелсәләрҙе әрәм иткән.

Шулай ҙа кисә һеҙҙә ямғыр яуһа, эштәрегеҙҙе дөрөҫ планлаштырығыҙ. Ай буйына эштәрегеҙҙә яуым-төшөм ҡамасаулауы ихтимал. Ҡарарбыҙ.

Фото: vk.com/wall-76272131_36545

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: