Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
8 Июль 2022, 22:00

Быйыл бал булырмы?

Республика умартасылары нимә ти? Ә һеҙ, дуҫтар, ниндәй фекерҙә?

Быйыл бал булырмы?
Быйыл бал булырмы?

Башҡортостан баллы төбәк булараҡ дан алған. Тик быйылғы һалҡын яҙлы, оҙайлы ямғырлы һәм ҡатмарлы йәйле йылда бал булырмы икән? Был һорауға республика умартасылары яуап бирә.

Эйе, быйыл, ысынлап та, һауа торошо яҙ башынан ҡыуандырмай. Һәм әле әҙерәк эҫетеүгә ҡарамаҫтан, бал ала башларға иртә. Умартасылар иһә бал әҙ булыр тип фаразлай.

“Бал биргән үҫемлектәрҙең сәскә атыуы 10-15 көнгә тотҡарлана. Бынан тыш, быйыл бал ҡорттарының ҡатмарлы ҡышлауы күҙәтелде, уның барышында күстәр юғалтылды. Оҙайлы яҙ, ямғырлы май, һыуыҡ июнь, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бал етештереүсәнлеге өсөн эҙһеҙ үтмәйәсәк”, – тип иҫәпләй Башҡортостандың Шишмә районы умартасылары йәмғиәте рәйесе Рафаэль Вәлиев.

Шишмә районында үткән семинарҙа умартасылар быйылғы йәйҙең үҙенсәлектәрен һәм умартасылыҡ тоҡомон арттырыуҙың прогрессив алымдарын тикшерҙе. Унда бөтә республиканан тармаҡ белгестәре ҡатнашты.

“Бындай осрашыу кәрәклеге күптән өлгөрөп еткәйне. Умартасылар бал ҡорттарын ташыу өсөн модулдәр ҡулланыу, инә ҡорттарҙы ҡулланыу тураһында фекер алышты. Райондың баш агрономы умартасыларға баҫыу картаһын еткерҙе, төп баллы майҙандарҙың ҡайҙа урынлашыуы хаҡында һөйләне. Был беҙгә бал ҡорттарын бер бал һалыусынан икенсеһенә ташыуҙы планлаштырырға ярҙам итер”, – тине Рафаэль Вәлиев.

Бынан тыш, умартасылар күстәрендә умарталыҡ урынлаштырмаҫ өсөн бер-береһе менән үҙ-ара килешеп эш итергә һөйләшеп килеште.

Семинарҙа умартасыларҙың береһендә практик дәрестәр ҙә ойошторолдо. Был өлкәләге яңы белгестәр умарталыҡтарҙа тейешле сараларҙы ваҡытында һәм дөрөҫ үткәреүгә бәйле һорауҙарын бирә алды.

Фото: Горобзор.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: