Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
9 Июль 2022, 17:30

Анатолий Сердюков мәмерйәгә тағы киләсәк

Был турала Андрей Назаров хәбәр итте. 

Анатолий Сердюков мәмерйәгә тағы киләсәк
Анатолий Сердюков мәмерйәгә тағы киләсәк

Бөгөн “Шүлгәнташ” музей комплексын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты. Ул Анатолий Сердюков менән мәмерйәлә булған һәм ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Бөгөн “Ростех” дәүләт корпорацияһы директоры Анатолий Сердюков менән беҙҙең бөтә донъяға танылған Шүлгәнташ мәмерйәһендә булдыҡ. Анатолий Эдуардович үҙенсәлекле мәмерйәне юғары баһаланы, ҡәнәғәт ҡалды һәм тағы килергә һүҙ бирҙе.

Бөгөн Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-музей комплексын һәм тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу айҡанлы рәсми саралар үтә. Анығыраҡ артабан һөйләрмен”, – тип яҙҙы ул.

Фото: А. Назаровтың сәхифәһе. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: