+2 °С
Болотло
Быйыл йыл ямғырлы. Һөҙөмтәлә йыландар ҙа ныҡ үрсене, тиҙәр. Уларға осраған кешеләр тураһында йыш ишетелә.
Ә бына Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йылан хатта өйгә инеп оялаған. Ярай әле хужа ҡалын бирсәткә-бейәләй кейеп уны тотоп тышҡа алып сыҡҡан, ағыуын алған. Был турала видеояҙма ватсапта киң таралды.
Ҡурҡыныс бит, ә. Туҙбаш йыланмы, ҡара йыланмы - кем әйтә? Миңә ундай ҡыр хайуаны осраһа, ҡотом осоп бөтә ауылға аҡырыр инем, биллаһи.
Фото: mykaleidoscope.ru