Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
20 Июль 2022, 18:30

Тәтешлелә ҡаҙыныу эштәре алып барыласаҡ

Проект тарихи-мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларына зыян килтереүҙе булдырмау, йәштәрҙең законға яраҡһыҙ эшмәкәрлек алып барыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән.

Тәтешлелә  ҡаҙыныу эштәре алып барыласаҡ
Тәтешлелә ҡаҙыныу эштәре алып барыласаҡ

Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлауға, популярлаштырыуға булышлыҡ итеү эштәрен алып барған “Археостан” ойошмаһы тикшеренеүселәре Көньяҡ Урал һәм уның эргә-тирәһе археологияһын өйрәнеүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итә.

Ошо көндәрҙә Тәтешле районында археологик ҡомартҡыларҙы яҡшыраҡ һаҡлауҙы ойоштороу маҡсатында "Тәтешле районының археологик ҡомартҡыларын һаҡлайыҡ" проектына ярашлы, 13 археологик ҡомартҡының, башлыса ҡаласыҡтарҙың, урындары асыҡланған һәм райондың топографияһы төшөрөлгән. Был хаҡта “Археостан” ойошмаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр ителә.

Ғилми сәфәр ваҡытында ғалимдар Үрге Тәтешле ауылы эргәһендә урынлашҡан Ураҙгилде ҡаласығын да ҡарап сыҡҡан – унда 10–20 августа археологик тикшеренеүҙәр үткәреү планлаштырыла. Ҡомартҡы урынын ҡаҙыу эштәрендә Тәтешле районы уҡыусылары менән бергә Мәскәүҙән, Пермдән, Ҡыҙылдан, Санкт-Петербургтан, Ҡазандан 20-нән ашыу ирекмән ҡатнашыуы көтөлә.

Ҡаҙыныу эштәре барышында ауыл уҡыусылары өсөн лекциялар, практик дәрестәр һәм экскурсиялар ойошторола.

Проект республиканың Тәтешле районында тарихи-мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларына зыян килтереүҙе булдырмау, йәштәрҙең законға яраҡһыҙ эшмәкәрлек алып барыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Уны тормошҡа ашырыу Президент гранттары фонды ярҙамында алып барыла, бының өсөн фонд 738 мең һум самаһы аҡса бүлгән. Был хәбәрҙе “Археостан” ойошмаһы социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итә.

Сығанаҡ: vk.com/archeostan

Тәтешлелә  ҡаҙыныу эштәре алып барыласаҡ
Тәтешлелә  ҡаҙыныу эштәре алып барыласаҡ
Тәтешлелә  ҡаҙыныу эштәре алып барыласаҡ
Тәтешлелә ҡаҙыныу эштәре алып барыласаҡ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: