Ағастарға ғәҙәттә һоҡланып бағабыҙ. Ә бит шул гүзәллек араһында ла әрһеҙҙәре, башҡаларҙың йомшаҡлығынан файҙаланып, үҙ биләмәһен торған һайын киңәйтә барған яманы ла табыла. Хас та әҙәм балалары араһындағы кеүек... Шундай уйға һала Гүзәл апай Ситдиҡованың “Бәйләнештә” селтәрендә ҡуйған яҙмаһы. Фәһем алырлыҡ.
Урам ашабыҙҙа – бәләкәй генә ағаслыҡ. Ул тотош тиерлек әмерик сағандарынан тора. Үҙебеҙҙекеләр шуларҙың әрһеҙ ҡуйы сатыры аҫтында меҫкен генә, кәкре-бөкрө булып ҡыҫылып ҡалған. Көҙ булдымы, сит ил ҡунағының суҡ орлоҡтары, ҡуйы болот булып, әҙ генә иҫкән елдән дә әллә ҡайҙа осоп китергә әҙер генә тора.
Йорт яны баҡсабыҙҙа йәй башынан баш төртөп сыға башлай “балалары”. Йолҡоп ҡына өлгөр. Быйыл бигерәк тә баҫҡан – сүп үләндәре менән ярыша.
Беҙҙең өй аръяғында, шәхси йорттар төҙөр өсөн бүлеп бирелгән майҙанда, шул сағандар өй бейеклек булып үҫеп тә киткән инде. Шырлыҡҡа әйләнеп тә бара, ер хужалары ашыҡмағас.
Ярай, был ҡала эсендә. Нисек тә ҡырҡырҙар, кәметерҙәр. Мине хафаландырғаны – был ағастарҙың урмандарыбыҙ эсенә инә барыуы. Барып та инәләр, тирә-яғындағы ағастарҙы ҡыҫырыҡлай ҙа башлайҙар. Килеп тороп түлле үҙҙәре. Белорет районы юлындағы ҡайһы бер йылға ярҙарын хәҙер ҡәҙимге ерек, тал, ҡарама, муйыл, балан, мышар, өйәңке түгел, ошо әрһеҙҙәр биләй бара. Океан аръяғынан килгән ҡуңыҙҙан һис ҡайтыш түгелдәр, ватандаштарынан уҙҙырмаһалар әле.
Шуға күрә, ағай-эне, юҡ ҡайғыны бар итеү түгел был, ә тыуған тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн бөгөндән тотоноп эш башлар сәбәп. Аҙаҡ саң ҡағыуҙан файҙа булмаҫ, әле тотҡарлап ҡалырға була был баҫҡынсыны. Ҡайҙа күренһә лә, киҫеп кенә ҡалмай, яндырырға кәрәк, орлоғо йәшәмеш бит уның. Йәшәһә, башҡа ағас үҫмәҫтәй яҡтарыбыҙҙа ғына йәшәһен.
Гүзәл СИТДИҠОВА