Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
16 Август 2022, 11:30

Балығы ла балығы!

Хеҙмәттәшебеҙ Нәсих Хәлисов был тиклем балыҡты ҡайҙа тотҡан? 

Балығы ла балығы!
Балығы ла балығы!

Редакциябыҙҙың һәләтле рәссамы Нәсих Хәлисов бик оҫта балыҡсы ла. Булған буш ваҡытын ул яратҡан шөғөлөнә арнай. Кисә кис тә, эштән һуң ул ҡармағын алып Өфөлә Ағиҙел буйына төшә. Ә нимә тотҡаны фотола – 4300 грамлыҡ ағасаҡ!

– Ағасаҡ ҡылсыҡлы булһа ла, тәмле балыҡ. Сентябрь-октябрь айында улар ҡышҡылыҡҡа май туплай башлай һәм шул саҡта ныҡлап эләгә. Ә бына августа эләгеүе – ҙур уңыш! Миңә һәүәҫкәр балыҡсыға, уны ашау түгел, ә тотоу ҡыҙығыраҡ һәм ҡәҙерлерәк. Ҙур балыҡ һәр саҡ ҡыуандыра, – тип уртаҡлашты ул.

Нәсих ағай ағасаҡты ҡармаҡҡа мушкаға (алдаҡсы ҡармаҡ) тотҡан. Ҙурынан тыш 1,100 грамлыҡ бәләкәйҙәре ла еләккән. Тик ул бәләкәйҙәрен кире ебәргән.

“Был тиклем балыҡты Өфөнөң ҡайһы ерендә тоттоғоҙ һуң”, – тип һорағас, ул йылмайҙы ла:

– Ағиҙелдә. Ысын балыҡсы үҙенең шәп урындарын әйтмәй, – тип көлдө генә.

Фото: Нәсих Хәлисовтың шәхси архивынан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: