Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
17 Август 2022, 14:00

Көҙҙөң һулышы теймәҫ борон

Учалының ижади булмышлы уҙаманы Булат Пирғәлин шәхси сәхифәһендә яңы музыкаль видео менән шатландырған һәм түбәндәге һүҙҙәрҙе ҡалдырған

Көҙҙөң һулышы теймәҫ борон
Көҙҙөң һулышы теймәҫ борон

Учалының ижади булмышлы уҙаманы Булат Пирғәлин шәхси сәхифәһендә яңы музыкаль видео менән шатландыған һәм йылы пост ҡалдырған:

“Ҡәҙерле дуҫтар! Йәмле йәй хозурлығына көҙ һулышы теймәҫ борон, беҙ Ринат ағай Сәйетов менән уның музыка ҡоралын алып, тәбиғәт ҡосағына сығып килергә булдыҡ. Беҙҙең юлдар ауыл эргәһендәге күлдәр, Уй йылғаһы ярҙарынан, Краснохты йылғаһы буйынан, шарлауыҡ эргәһенән, Ҡыҙылташ яғынан үтте. Ринат ағайҙың моңло баян көйҙәре ошо тәбиғәт күренештәрен тағы ла сағыуландырып ебәрҙе. Шулай итеп, Учалы районының иң матур ерҙәренең береһе тураһында музыкаль видеояҙма барлыҡҡа килде. Дуҫтар, барығыҙға ла һаулыҡ һәм уңыштар! Яҡындарығыҙҙы, үҙегеҙҙе һәм дә беҙҙең матур тәбиғәтебеҙҙе һаҡлағыҙ!”, - тип яҙа Булат Пирғәлин.

Видеояҙмала Роза Иҙелбаеваның ошо клип өсөн махсус яҙылған шиғыры яңғырай. Һауанан видеоға төшөрөүсе –  Илдус Аҡҡужин.
Сюжеттың, видеояҙманың, монтаждың авторы – Булат Пирғәлин.

Фото: Булат Пирғәлин.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: