Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
22 Август 2022, 13:30

Урманға инергә ярамай!

Ҡоро август ҙур бәлә килтереп кенә ҡуймаһын ине...

Урманға инергә ярамай!
Урманға инергә ярамай!

Башҡортостанда быйыл август эҫе һәм ямғырһыҙ булыуы менән айырыла. Айҙың һуңғы аҙнаһы ла ҡоро буласаҡ тип күҙаллана. Ошо сәбәпле урман янғындары хәүефе арта. Шуға күрә 23 августан 5 сентябргә тиклем урманға автомобилдә инеү сикләнә.

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала республика урмандарында дүрт янғын осрағы теркәлгән, уларҙың бөтәһе лә һүндерелгән.

“Аномаль эҫе һауа торошо урынлашыу сәбәпле, ғәҙәттән тыш янғын хәүефе менән бәйле, республика биләмәһендә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бойороғо менән граждандарҙың урманға барыуын һәм уларға транспорт саралары инеүен сикләү индерелә”, – тине ул.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, әле урман янғындары юҡ. 2022 йылдың янғын хәүефе осоро башланғандан алып дөйөм майҙаны 298,460 гектарҙа бөтәһе 50 урман янғыны сыҡҡан.

“Республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә, ә урман фондында 3, 4-се һәм 5-се класлы янғын хәүефе фаразлана”, - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Фото: smotrim.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: