Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
26 Август 2022, 17:47

“Шайтантау”ҙа үткән бер көн

Тәбиғәт һаҡсылары һаҡта тора.

“Бына ул ҡурай!” – ти Хөсәйен Тоҡомбәтов.
“Бына ул ҡурай!” – ти Хөсәйен Тоҡомбәтов.

Билдәле булыуынса, былтыр Хәйбулла районында урман янғындары теркәлде, “ҡыҙыл әтәс” район биләмәһендәге “Шайтантау” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы”н да урап үтмәне, шуға күрә быйыл янғын урындарында булып, ҡурсаулыҡтың бөгөнгө хәле, ундағы хайуандар, ҡоштар, үҫемлектәр донъяһын яҡындан күреп, инспекторҙарҙың бер көнлөк эшен күҙәтеп, улар тураһында махсус репортаж яҙыу ине төп маҡсатым. Теләгем тормошҡа ашты, бөгөнгө “Шайтантау”ҙың сихри күренеше тотошлайы менән әсир итте, ифрат һоҡландырҙы. Беҙҙе ҡурсаулыҡтың яуаплы инспекторҙары Хөсәйен Тоҡомбәтов, Илгиз Әбделмәнов һәм Йәмил Илембәтов оҙатып йөрөнө.

 

Ҡурсаулыҡ тураһында

 

Тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында ҡурсау­лыҡта һунар итеү, ағас ҡырҡыу тыйылған. “Шайтантау” ҡурсаулығы – имәнлек һәм урман-дала менән ҡапланған комплекс, Һаҡмар йылғаһы киҫеп үткән Шайтантау тауҙар теҙмәһенә инә. Заказник 1971 йылда рәсми теркәл­гән, уның майҙаны 30 мең 500 гектар тәшкил итә, Ейәнсура районы һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.

Имәндәр тауҙың төньяҡ һәм көнсығыш битләүендә үҫә, көньяҡ һәм көнбайыш битләү ташлы даланан тора, урыны менән ҡыуаҡ­лыҡтарға алмашына. Ҡурсаулыҡта һирәк осрай торған хайуандар һәм үҫем­лектәр һаҡлана. Мәҫәлән, мышы, йәтсә, ҡабан сус­ҡалары, һеләүһен, аҡ ҡуян, ҡор, сел, шәшке, һары шәш­ке, һыуһар, йылға ҡондоҙо, ҡур­пын­сыҡ, дала ҡарағошо, бөркөт­тәрҙе осра­тырға мөмкин. Ҡыҙыл китапҡа ингәндәрҙән мөншөгөр (выпь), күл буғаһы, өкө (ябалаҡ), осар тейен, бағыр, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡты телгә алырға була. Өлкән инспектор Хөсәйен Тоҡомбәтов әйтеүенсә, ҡурсаулыҡта һирәк осрай торған 75 төрлө үҫемлек, 40 төрлө һөтимәр, 101 төр ҡош һәм 130 төрлө күбәләк бар.

Райондың тәбиғәт ҡомартҡы­лары исем­ле­генә ингән Мәйетбар ҙа ҡурсаулыҡ билә­мәһендә урын­лашҡан, шулай уҡ бында Ырымлы ер тип аталған урын да бар.

 

Ҡурай ҙа, андыҙ ҙа үҫә

 

Ҡурсаулыҡта районда ғына түгел, хатта республикала берҙән-бер уникаль урын – бейек андыҙ яланын күреү бәхетенә лә өлгәш­тек. Шифалы үләндең тотош баҫыу булып үҫеүе – ғәжәйеп күренеш. Эйе, бында фауна иҫ киткес бай, Башҡортостан һәм Рәсәй Ҡыҙыл китаптарына индерелгән, һирәк осрай торған һәм юғала барған үҫемлектәр менән ҡурсаулыҡ инспекторҙары бер-бер артлы таныштыра барҙы. Уларҙың шул тиклем ихласлыҡ менән һөйләүен тыңлау – үҙе бер кинәнес. Ошонда аҡ сәскә (ромашка) яланының булыуына ла хайран ҡалдым, уның быйыл шул тиклем күпереп үҫеүе, күп булыуы һоҡландырҙы.

Ҡурсаулыҡта энә япраҡлы һәм урал ҡәнәферҙәре, урал гөлбаҙраны, боланут үләне, меңъяпраҡ, гладиолус, Мария тамыры йәки ҡырағай пиондар осрай. Бынан тыш, барыбыҙға таныш булған дарыу үләндәре – шиңмәҫ­гөл (бессмертник песчаный), татлы тамыр (солодка Коржинского), бейек андыҙ (девясил высокий) бар.

Шулай ҙа барыбыҙҙы таң ҡал­дыр­ған үҫемлектәрҙең береһе ҡу­рай булғандыр. Тап ошо тәбиғи ҡурайҙан Хәйбулла ҡурайсылары Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар көй сығарған, уны данлаған. Ябай ғына көпшәнән шул тиклем илаһи моңдоң урғылыуына күптәр ышанмай. Ҡурай – ул үҫемлек, йәй уртаһында сәскә ата, август айында орлоҡҡа йомарлана. Көҙ иһә уны киҫеп, киптереп ҡуйырға мөмкин. Үҙҙәрен ысын ҡурайсы тип иҫәпләгән музыканттар тәбиғи ҡурайға тишектәр яһап, уйнай белергә лә тейеш, тигән ышаныс йәшәй был яҡтарҙа.

 

Ҡырағай йәнлектәр иҫәбе алына

 

Ҡапыл яуған ямғыр сәйәхәтебеҙ­ҙе боҙа алманы, киреһенсә, һыуланған үләндәрҙе кисеп йөрөү күңеллерәк тә тойолғандай булды, тәбиғәтте нығыраҡ аңларға ярҙам итте.

Былтырғы урман янғындарында ҡурсау­лыҡ­тағы хайуандар, уттан ҡурҡып, сит төбәк­тәргә күскән, тип әйтеүҙәре лә ысынбарлыҡҡа тап килмәне. Эйе, дөрләп-ҡотороноп янған “ҡыҙыл әтәс”тән улар ва­ҡыт­лыса ҡасҡан-ҡасыуын, әммә яҙ тыуған төбәктәренә әйлә­неп ҡайтҡан.

– Ҡурсаулыҡта барлығы 16 йәнлек төрө өсөн аҙыҡ урыны булдырылған, тоҙ һалыу өсөн унлап махсус һауыт эшләнгән. Даими рәүештә был урындарҙы күҙәтеп, тикшереп торабыҙ. Әгәр ҙә кешеләр (ғәмәлдә бра­коньер­ҙар) был ер хаҡында белеп ҡалһа, шунда уҡ юҡ итергә тейешбеҙ, сөнки урман йәнлектәре был урынға тоҙ яларға йәки миндек, бесән ашарға килһә, һунарсы өсөн еңел табыш сығана­ғына әүерелерен көт тә тор, – ти хеҙмәткәрҙәр.

Тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә йыл әйләнәһенә ҡырағай йәнлектәрҙең иҫәбе алына. Ниндәй януар артҡан йә кәмегән – бына ошо һорауҙы асыҡлай иҫәп алыу сараһы. Бында ла төп эште ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре атҡарып сыға, махсус журналға теркәй баралар. Заказникта һунар итеү ҡәтғи тыйыла, әммә был ҡанунды һанға һуҡмаусылар ҙа бар.

– Бөгөн беҙҙең штатта өс кеше, мин үҙем Ейәнсура районында йәшәйем, шул яҡтар­ҙағы биләмәне ҡарап килеп, һөйләшелгән урында осрашып, артабан рейдтарҙы бергә дауам итәбеҙ. Биләмә ҙур, уны ҡурсалап, үҙ яуаплылығыбыҙға ҡара­ған майҙанды контролдә тоторға тырышабыҙ, – ти өлкән инспектор Хөсәйен Әсхәл улы.

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын һәм хоҡуҡтарын яҡшы белә. Уларҙың тырышлығы һәм башланғысы менән сик буйҙарына (улар дүртәү) дөйөм мәғлүмәт таҡтаһы, юлды ҡаплап ҡуйыр өсөн бағана (һайғау) урынлаштырылған. “Һайғауҙы ташлап та, бысып та киткән осраҡтар бар, хатта белеш­мә таҡтаһына атып китеүселәр ҙә осрай. Әммә боҙғандарын һәр саҡ ҡайтанан йүнәтеп ҡуябыҙ”, – тине Илгиз Әбделмәнов.

“Шайтантау дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы”н арҡыры-буй гиҙеп, тулыһынса танышыу өсөн бер нисә көн кәрәк. Ә беҙ уны бер көн эсендә генә йөрөп сыҡтыҡ, шуға күрә күрелмәгән әллә күпме яңы асыштар, серҙәр ҡалғандыр. Иң мөһиме – былтыр йәй янғында зыян күргән ерҙәр бөгөн өр-яңынан йәм-йәшел булып ята. Ни тиһәк тә, тәбиғәт үҙ-үҙен һауыҡ­тыра, әммә утта янған ағастар, аҡ ҡайындар, һылыу ҡарағастар ғына янғынды оҙаҡ йылдар дауамында хәтерләтеп торасаҡ әле. Шулай ҙа был ағастарҙың йәшәү өсөн көрәшеүҙәрен күреү, уларҙың бер яғы һап-һары булып һарғайып ултырһа ла, икенсе яғынан йәм-йәшел япраҡтарға төрөнөүе үҙе бер илаһи күренешкә тиң түгелме ни?!

 

“Иң мөһиме – тәбиғәтте яратырға”

 

Шулай ти ҡурсаулыҡта эшләгән инспектор­ҙар. Шулай булмаһа, көн-төн тимәй, ҡышҡы бурандарҙа ла, йәйге селләлә лә урман-тауҙар аша иҫке генә “Нива” машина­һын­да, ҡышын ҡаргиҙәрҙә шул тиклем биләмәне арҡыры-буй йөрөп сыға алырҙар, һәр урынды, һәр һуҡмаҡты белеп, һәр януар­ҙың эҙен күҙәтеп, һәр үҫемлектең исемен теркәп, уның хаҡында хә­бәр­ҙар булырҙар инеме?! Юҡтыр, күрәһең. Урманды яратмай, тәбиғәтте аңлап, уны белмәй тороп, был урында эшләү мөмкин түгел, тигән фекергә килдем сәйәхәт барышында.

Ҡурсаулыҡ майҙанына район­дың Үрнәк, Йәнтеш, Наҙарғол, Аҡъюл, Бәләкәй Арыҫ­ланғол (Вәзәм), Ҙур Әбеш ауылдары инә. Ауыл халҡының (күбеһенсә Вәзәм ауылы) күпселегенең сабынлыҡ­тары заказникта урынлашҡан, шуға күрә улар билдәле бер ваҡытта ғына бесән саба ала. Әйткәндәй, әле ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡышҡылыҡҡа йәнлектәргә бесән ашатыу өсөн үҙ көсө менән бесән әҙерләй.

Һуңғы йылдарҙа үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә бында эштәр күпкә яҡшырған һәм тулыһынса яйға һалынған. Халыҡ та, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһе, Ейәнсура районы кеше­ләре лә ҡурсаулыҡтағы тәр­тип, унда һунар итергә, балыҡ тоторға, хатта үләндәрен өҙөргә, тапарға, тәбиғәткә ял итергә сығырға ярамағанын яҡшы белә. Һунарсылар ҙа тәртипкә өйрәнгән, шунлыҡтан ҡурсаулыҡҡа хәүеф­ янамай. Әммә был хәл инспек­торҙарға уяу булырға ҡамасаулыҡ итмәй, киреһенсә, “теҙгенде” һәр саҡ ҡаты тотоуҙа яуаплылыҡ өҫтәй. Йәнә шуныһы иғтибарға лайыҡ: үҙ эшенә тоғро тәбиғәт һаҡсылары ғына был хеҙмәтте үҙ итә. Тап ми­нең геройҙарым Хөсәйен Тоҡом­бәтов, Илгиз Әбделмәнов һәм Йәмил Илембәтов кеүектәр.

-  Кәримә УСМАНОВА

Хәйбулла районы

“Бейек андыҙ беҙҙең ҡурсаулыҡта ғына үҫә”, – ти Илгиз Әбделмәнов.
Йәмил Илембәтов  йәнлектәргә аҙыҡ һала.
“Бейек андыҙ беҙҙең ҡурсаулыҡта ғына үҫә”, – ти Илгиз Әбделмәнов.
Читайте нас: