Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
28 Август 2022, 13:45

Айыуҙы күрһәгеҙ, шылтырата һалығыҙ

"Батыр" айыу - Яҡтыкүлдә. 

Айыуҙы күрһәгеҙ, шылтырата һалығыҙ
Айыуҙы күрһәгеҙ, шылтырата һалығыҙ

Быйыл айыуҙар әүҙемләште тип хәбәр иткәйнек. Быға тиклем улар кешеләр эшләгән баҫыуҙарҙа, ауылдарға яҡын яландарҙа күренһә, быныһы бигерәк “батырайған”, курорт зонаһына килеп сыҡҡан. Был турала Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов социаль селтәрҙәрге сәхифәһенә яҙып сыҡты.

“Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары!

Бөгөн Яҡтыкүлдең курорт зонаһында айыу күренде. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре уны урында тотоу буйынса эш ойошторған.

Ҡырағай йәнлек хәүеф тыуҙыра. Курорт зонаһында йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы мөмкин тиклем һаҡ булыуҙарын һәм айыу табылған осраҡта 112 телефоны буйынса райондың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратыуҙарын һорайым”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге шәхси сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: