Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
5 Сентябрь 2022, 11:00

Башҡортостанға... дөйәғоштар килгән

Әле улар тотолған һәм карантинға ябып ҡуйылған.

Башҡортостанға... дөйәғоштар килгән
Башҡортостанға... дөйәғоштар килгән

Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы Ишембай районы Яр-Бишҡаҙаҡ ауылына ебәрелгән ҡоштарҙы тотҡан. Шәхси эшҡыуарҙың фермаһына юл тотҡан дөйәғоштарҙың документтары булмай.

Ишембай районының ветеринария буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, алты дөйәғош бер ай самаһы карантинда торасаҡ. Әлеге мәлдә ҡоштарҙан анализ алғандар, уның һөҙөмтәләре ике аҙнанан билдәле буласаҡ. Ветеринарҙар ҡоштарҙың төрлө ауырыуҙары, айырыуса ҡош киҙеүе булмауына инанырға теләй.

Әлеге мәлдә дөйәғоштар үҙҙәрен һәйбәт тоя.

Фото: Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: