Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
1 Октябрь 2022, 16:00

1 октябрҙә торналар китмәгән булһа...

Нимә көтөлә? Һеҙҙең иғтибарға - октябргә бәйле халыҡ һынамыштары. 

1 октябрҙә торналар китмәгән булһа...
1 октябрҙә торналар китмәгән булһа...

Башҡорт календары буйынса октябрь "ҡарасай" тип йөрөтөлə. Һауа торошоноң нисек булыуына, көйһөҙлөгөнə ҡарап, был айҙы халыҡ “Октябрь — ни арба, ни сана”, “Октябрь — ҡара бейə, ноябрь — ала бейə” һ.б. тип əйткəн.

Халыҡ һынамыштарын тәҡдим итәбеҙ.

- Йылы октябрь – һалҡын ҡышҡа.

– 1 октябрҙә торналар китмәгән булһа, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
– Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
– Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.
– Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
– Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙон булыр.
– Октябрҙә күк күкрәһә, ҡышта ҡар аҙ булыр.
– 8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
– Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
– Көҙ ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыштың һыуыҡ булырын көт.
– 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
– Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
– Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш һалҡын булмаҫ.
– Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур икән, ҡыш һалҡын булыр.
– Октябрь – ни арба, ни сана.
– Дымлы йәй, йылы көҙ – оҙон ҡышҡа.

- Көҙ ҡоштар түбән осһа – ҡыш һалҡын, бейек осһа, йылы килер.
- Ҡыр ҡаҙҙары йылы яҡҡа киткәндә түбән осһа, тиҙҙән ҡар яуыр.
- Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ – япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
- 1 октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
- Көҙ ҡуяндар бер эҙҙән йөрөһә, ҡышын ҡар күп булыр.
- 23 октябрҙә ураҡ ай остары менән төньяҡҡа ҡараһа – ҡыш тиҙ килер, ҡар ҡоро ергә ятыр, көньяҡҡа ҡараһа – ҡыш ҡабаланмаҫ, көндәр йонсоу, бысраҡ булыр.
- Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
- Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш оҙаҡ һәм һыуыҡ булыр.
- Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
Һеҙҙең арала айҙы күҙәтеп, үҙенең һынамыштарын теркәп барған кешеләр юҡмы? Булһа, үҙ күҙәтеүҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: proprikol.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: