

Бөгөн Учалы ҡалаһында йәшәүселәр ғәжәпләндерерлек күренешкә тап була. Ҡыйғыр ҡош иртә менән машина өҫтөнә ҡуна һәм берәүгә лә иғтибар итмәй шунда ултырыуын дауам итә.
Әлбиттә, был хәлгә урындағы халыҡ бик аптырай.
“Беҙҙә аҙым һайын мөғжизә! Ниңәлер берәүҙән дә ҡурҡмай ҙа, әллә берәй ярҙам һораймы икән?” – тип яҙа был турала үҙенең сәхифәһендә Гөлсинә Фазлыева. Әйткәндәй, бик күптәр уның ниндәй ҡош икәнлегенә фараз ҡыла: ҡайһы берәүҙәр ыласын тиһә, башҡалар, ҡарсыға, тип ышандыра. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фотолар Гөлсинә Фазлыева сәхифәһенән.