Ҡырағай мөхит
15 Октября 2022, 11:00

"Шул урында һуйырға тура килде..."

Ауылда һыйырға айыу ташланған. Шаһиттар һөйләүенсә...

"Шул урында һуйырға тура килде...""Шул урында һуйырға тура килде..."
"Шул урында һуйырға тура килде..."

Ишембай районының Һарғай ауылына айыу килеп, һыйырға ташланған. Ваҡиға тураһында урындағы Маҡар ауылынан Вениамин Әхмәтйәнов һөйләне.

“Күрше Илшат ағай Һарғайҙан һыйыр алғайны. Көҙгә тиклем шул ауылда йөрөп торһон тип ҡалдырғайны. Мал ни сәбәптәндер махсус көтөү урынынан сығып киткән, һөҙөмтәлә уға айыу ташланған. Күрше әйткәс тә барҙыҡ. Мал ныҡ ҡазаланған. Шул урында һуйырға тура килде”, - ти Вениамин Әхмәтйәнов.

Уның һүҙҙәренсә, айыу йәш, быйылғы.

Көҙ малға йыртҡыс ташланыусан, шуға һыйыр-аттарығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, үҙегеҙ ҙә мөмкин тиклем хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлағыҙ.

Фотолар WhatsApp ҡушымтаһынан.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас