Ҡырағай мөхит
19 Октябрь 2022, 05:00

Айыу балаһы нимәнән ҡурҡҡан?

Күп тә үтмәй уны ауыл урамдарының береһендә тапҡандар.

Айыу балаһы нимәнән ҡурҡҡан?Айыу балаһы нимәнән ҡурҡҡан?
Айыу балаһы нимәнән ҡурҡҡан?

Көҙ көнө тайыштабандар кеше йәшәгән урынға яҡынлай башлай. Йә малға тейә, йә ауылдарға уҡ килеп етә.

Тағы бер ошондай осраҡ кисә төндә Мишкә районында теркәлгән. Төнгө сәғәт 2-лә район үҙәге буйлап айыу балаһы йөрөгән. Быны ауылда йәшәгән кеше күреп ҡалған һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр иткән.

Һунарсылар, ҡотҡарыусылар һәм башҡа хеҙмәттәр ҡырағай хайуанды эҙләүгә сыҡҡан. Күп тә үтмәй уны ауыл урамдарының береһендә тапҡандар.

Әйткәндәй, улар йәнлекте тотмаған, ә ипләп кенә машинала яҡындағы урманға тиклем ҡыуып барған. Урманды күреп ҡалғас, тайыштабан унда үҙе инеп ҡасҡан.

Айыу балаһына яҡынса ике йәш, тип белдерә белгестәр. Моғайын, ул урмандағы яңғырауыҡлы тауыштан ҡурҡҡан һәм кешеләр янына йүгереп сыҡҡан.

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас