

Әбйәлил районының Хәмит ауылында ҡар яуыуы тураһында видеояҙманы күргәс, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының телефонға кисә ебәргән мәғлүмәтте яңынан асып ҡарарға булдым - улар ҡар яуыуы тураһында вәғәҙә итмәне бит тип. Унда: “19 октябрҙә Башҡортостанда төндә һәм иртәнсәк томан, күреүсәнлек 500 метр һәм унан кәмерәк. Водителдәр, тиҙлек режимын күҙәтегеҙ. Тел. 112”, – тип хәбәр ителә. Күреүебеҙсә, бер ниндәй ҡар яуыуы тураһында һүҙ юҡ.
Әммә тәбиғәттең үҙ ҡануны. Ә инде Урал тауҙары, Белорет һәм Әбйәлил райондары өсөн был мәлдә ҡар яуыуы яңылыҡ та түгелдер. Бындағы халыҡ ошондай көтөлмәгән хәлдәргә өйрәнеп бөткән. Был осраҡта водителдәргә һаҡ булырға кәрәк, автомобилдәрҙең тәгәрмәсен алмаштырып ҡуйырға ваҡыт.
Фото һәм яҙма “Ватсап”тан алынды.