

Былтыр стәрлебаштар бер нисә тапҡыр ауылға килеп туҡланып киткән боланды видеояҙмаға төшөрөп интернетҡа һалғайны. Ул кадрҙарҙа малдың шәхси хужалыҡтан сығып, ашыҡмай ғына урам буйлап йүнәлеүе йә кешеләр ҡулынан икмәк ашауы күренә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙен тыныс тота һәм тирә-йүндәгеләрҙән ҡурҡмай. Хатта мөгөҙөнән һыйпата ине.
Әле килеп, ҡыш етәрәк, беренсе ҡар яуыу менән болан йәнә кешеләргә килгән. Видеояҙмала ул урмандан оло юлға сығып, машинала китеп барған ирҙәр янына яҡынлаша. Әммә ҡырҙа йөрөп, ҡырағайланып киткәне күренә - мөгөҙҙәре менән һаҡланған һәм һөжүм иткән кеүек хәрәкәттәр яһай. Кадр артындағы тауыш: "Кил бында, кил. Ай. маладис. Эх, күмәс алып килмәгәнмен", - ти.
Бер аҙҙан болан ҡулға эйәләшеп, тағы ҡулдан ашай башлармы? Ләкин кешеләргә артыҡ ышанып, урман гүзәле браконьерҙар ҡорбаны булып ҡуймаһын инде.
Фото: sterlibashevskierodniki.ru
Видео сығанағы: https://vk.com/club183772247?w=wall-183772247_26097