Ҡырағай мөхит
7 Ноябрь 2022, 12:45

Ҡыр йәнлектәренә -“аяуһыҙ” һунар

Ҡыйғы районында билдәһеҙ кешеләр  инә айыуҙы, ҡабан һәм өс айыу балаһын үлтергән.

Ҡыр йәнлектәренә  -“аяуһыҙ” һунарҠыр йәнлектәренә  -“аяуһыҙ” һунар
Ҡыр йәнлектәренә -“аяуһыҙ” һунар

Урман йәнлектәренә күпләп һунар итеүҙе Башҡортостандың Ҡыйғы районында браконьерҙар ойошторған. Инә айыу, ҡабан, өс айыу балаһы уларҙың ҡорбаны булған. “Аяуһыҙ” һунар эҙенә урындағы һунарсылар тап булған, тип хәбәр ит «Башинформ»ға Башҡортостандың Экология министрлығынан.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғолиев белдереүенсә, әле тәбиғәткә айырыуса ҙур зыян килтергән законһыҙ һунарға ҡатнашы булғандарҙы асыҡлау буйынса тикшереү эштәре алып барыла. Ошо енәйәт өсөн биш йөҙ меңдән бер миллион һумға тиклем штраф йәки өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, бер йәштән аҙыраҡ айыуҙарға, шулай уҡ ағымдағы йылда тыуған инә айыу балаларына (кеше ғүмеренә һәм һаулығына хәүефте бөтөрөү маҡсатында айыу аулау осраҡтарынан тыш), ә бер йәштән аҙыраҡ айыуҙарға ярым ирекле шарттарҙа һәм яһалма булдырылған мөхиттә аҫрау һәм үрсетеү өсөн тәбиғи мөхиттән тартып алыу тыйыла.

Башҡортостандың Экология министрлығы республикала йәшәүселәрҙе уяу булырға саҡыра һәм ведомствоның оператив-диспетчер хеҙмәтенә (347) 218-04-30 телефоны буйынса законһыҙ һунар факттары тураһында хәбәр итеүҙәрен һорай.

Фото: "Башинформ"

Ҡыр йәнлектәренә  -“аяуһыҙ” һунар
Ҡыр йәнлектәренә -“аяуһыҙ” һунар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас