

Республикала гөрләп ҡаҙ өмәләре башланған мәлдә, Шаран районындағы хужалыҡтарҙың береһенә бәлә килгән. Район ауылдарының береһендә урынлашҡан һарайға төндә билдәһеҙ йәнлек килгән һәм 12 ҡаҙҙы быуып, ҡанын эскән.
Хәл 16-нан 17 ноябргә ҡарай төндә булған. Хужабикә ҡаҙҙарын һарайға индереп бикләгән, икенсе көндө уларҙы һуйырға йыйынғандар. Әммә иртән ул ҡоштарын үле килеш тапҡан. Шул уҡ ваҡытта һарайҙа көрәш эҙҙәре, туҙған йөн йәки ҡан эҙҙәре булмаған.
– Әйтерһең, ҡоштарҙы кемдер йоҡлатҡан һәм ике яҡтан муйынын тишкән. Хужабикә бер ниндәй тауыш та ишетмәгән: эттәр ҙә өрмәгән, ҡаҙҙар ҙа ҡаңҡылдамаған. Ғәҙәттә бит, был ҡоштар берәй хәл булһа ныҡ итеп тауышлана, – тигән “Башинформ” агентлығына сығанаҡ.
Кейек бинаға ерҙе тишеп ингән. Һарай янында ҡарҙа эҙҙәр табылған. Хужабикә урмансыны саҡырған, ул эҙҙәрҙе ҡарап, уның төлкө түгеллеген асыҡлаған. Шулай уҡ йәтсә йәки көҙән дә түгел тигән ул.
Фото: "Башинформ".