Ҡырағай мөхит
21 Ноября 2022, 07:00

"Тешемде урлаған..."

Быйыл сысҡан-ҡомаҡ айырыуса күп. Был, бәлки, игендең мул уңышы менән бәйлелер. Үҙем менән булған хәлде яҙып үтәйем әле...

"Тешемде урлаған...""Тешемде урлаған..."
"Тешемде урлаған..."

"Быйыл сысҡан-ҡомаҡ айырыуса күп. Был, бәлки, игендең мул уңышы менән бәйлелер. Үҙем менән булған хәлде яҙып үтәйем әле. Ауыл өйөндә яңғыҙым йәшәйем, күптән инде пенсияламын. Һаулығым етмәү сәбәпле эре мал аҫрай алмайым, ә ҡош-ҡорт тотам. Ҡалала йәшәгән балаларға ярҙам, килгән-киткәнде һыйлап ебәрерлек аш булһын тигән уйҙан уныһы ла.

Әллә шуларҙың еменә инде, ҡомаҡ эйәләште бит ишек алдына. Бесәй алыр кәрәк, тимәгеҙ, - минең уның йөнөнә аллергия. Иң беренсе ҡомаҡты соландағы биҙрәнән һыу эскәндә тап итеп, ҡотом алынды: уртаса ҙурлыҡтағы бесәй кеүек ине ул. Ул ваҡытта нисек етте шулай тегене ҡурҡытып ебәреп, юлын табып, ваҡ быяла менән тултырҙым. Ҡош-ҡорттоң аҙығы өсөн тимер һандыҡ алдырҙым да нығытып ябып ҡуйҙым. Ә ҡомаҡ, күҙгә күренеп йөрөмәһә лә, үҙенең барлығын һаман һиҙҙереп торҙо барыбер.

Йәй үтеп, һуғымды эшкәртеп алғас, сысҡан-ҡомаҡҡа ем ҡалмаһын тип ҡалған игендән дә ҡотолоп ҡуйҙым. Ашарға ҡалмаһа, бүтән килмәҫ тип уйлағайным, яңылышҡанмын: ҡомаҡ өйгә һөжүм итә башланы. Бер төндә ҡыштырлауға тертләп уянып, тиҙ генә утты ҡабыҙып ҡараһам, ҡомаҡ өй эсенә үк үтеп эҙләнеп йөрөй. Улым ялға ҡайтҡанында иҙәндә бер ярыҡ та ҡалмаҫлыҡ итеп өҫтөнән таҡта, ҡалай ҡаттырып сыҡтым.

Әммә ул барыбер ҡайҙандыр инеп, төндә ҡыштырлап йөрөр булды. Бер нисек тә ҡотолоп булмағас, башҡа шундай уй килде: быға ашарына һалып ҡуйырға ла төндә тыныс ҡына йоҡларға кәрәк. Шулай итеп, иҙәнгә икмәк киҫәге һалып, һауытҡа һыу ҡуйып ҡалдыра башланым.

Ә кисә иртән тумбочка өҫтөнә ҡулъяулыҡҡа төрөп һалынған тешем юҡ булған. Шик шунда уҡ "төнгө ҡунаҡҡа" төштө: шуның ғына этлеге. Кис күршеләрҙән һуғым ашынан һуң ғына ҡайтып ятып торғайным, йоҡлап киткәнмен. Унан алда теште сисеп, хәҙер саҡ ҡына ятып торайым да тороп сайырмын тип, ҡулъяулыҡҡа төрөп, тумбочкаға һалып торҙом. Уны ла эшләмәгәнмен, ҡомаҡтың да ашарына һалмағанмын. Хәҙер уйлауымса, иҙәндә аҙыҡ таба алмайынса, ул эргәмә үк килеп еҫкәнеп йөрөп, теште алып ҡасҡандыр. Күпме эҙләһәм дә, тегенең йөрөгән юлы ла, тешем дә табылманы. Тапҡан хәлдә лә, теште кейә алмаҫ инем, әлбиттә. Ҡыҙыҡ, уны нимә эшләтте икән?" - тип яҙып ебәргән беҙгә бер уҡыусыбыҙ һәм ҡомаҡтан ҡотолоу юлдарын һораған.

Ҡомаҡ тураһында иң ҡыҙыҡ факттар:

Ҡомаҡ - көлә белгән берҙән-бер йәнлек (приматтарҙан тыш).

Хәтерҙәре яҡшы. Үсләшәләр.

Ҡомаҡ кешеләрҙән бик күп йылдар алдан барлыҡҡа килгән.

Ҡомаҡтарға Моцарт көйө ныҡ оҡшай.

Ҡомаҡтар үҙаллы ҡағиҙәләрҙе үҙләштерә ала, уларҙы нимәгәлер еңел өйрәтеп була.

Ҡомаҡтың ҡойроғон кешегә операция яһағанда файҙаланалар.

Улар ҙа төш күреп йоҡлай.

 

 

Ҡомаҡтарҙан нисек ҡотолорға?

 Өйҙө, бүлмәне һәр саҡ таҙартып торорға, аҙыҡ валсығы ҡалдырмаҫҡа.

Әрем, бөтнөк үләндәре еҫе (майын) уларҙы ныҡ өркөтә.

Ультратауыштан ныҡ ҡурҡалар.

Сысҡан-ҡомаҡҡа ҡаршы бесәй тотоу яҡшы.

Елемле махсус сысҡан тотҡос ярҙамында ауларға мөмкин.


Фото:propricol.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас