Ноябрҙең һуңғы көндәренән ҡыш үҙенең ҡышлығын күрһәтә башланы буғай. Бөгөн, мәҫәлән, көндөҙ 19 градусҡа тиклем, төндә 26 градусҡа тиклем һалҡын көтөлә. Әллә ни ҡар булмаясаҡ тип тә иҫкәртә гидрометүҙәк белгестәре. Шуныһы, бөгөн юлдың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал, күренеү ҙә ни бары 500-1000 метр ғына. Иртәнсәк һәм төндә томан төшөүө ихтимал.
Башҡортостанда календарь ҡыш сатлама һыуыҡтарҙан башлана. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, эш аҙнаһының күпселек өлөшөндә республикала һауа шарттарын ҡеүәтле “себер” антициклонының көнбайыш периферияһы билдәләй.
“Һауа температураһының төндә -15,-22, урыны менән -26, көндөҙ -9,-15, республиканың көнсығышында -19 градусҡаса һалҡын һауа торошоноң өҫтөнлөк итеүе көтөлә. Аҙна уртаһында һауа температураһы төндә 12-17 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Атмосфера баҫымы юғары булғанда әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән аҙна уртаһында ғына бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ һаҡлана”, - тип иҫкәрттеләр халыҡты Башгидрометүҙәктә.
Фото: oir.mobi