Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Декабрь 2022, 20:00

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр

Янғантау менән Торатау - беҙҙең бөтә донъя кимәлендәге ҡомартҡылар.

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта старт алған Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫты һаҡлау тураһындағы конвенцияның 50 йыллығына арналған халыҡ-ара форум эшендә ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Янғантау» 2020 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып һәм элекке совет киңлегендә ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде, ә 2021 йылда «Торатау» паркы 16 биләмә - селтәргә инеүгә дәғүә итеүселәр сафына баҫты.

Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы Башҡортостандың ошо хәрәкәткә индергән өлөшөн билдәләне. Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе геопарк статусын алыу өсөн тәбиғәт объекты уның фәнни сифаты, уникаллеге, эстетик-тәрбиәүи әһәмиәте ҡарашынан айырым геологик әһәмиәткә, ышаныслы идара итеү структураһына, тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеш өсөн аныҡ билдәләнгән сиктәргә эйә булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. 

Григорий Орджоникидзе билдәләүенсә, сарала Башҡортостан делегацияһы - ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә ингән беренсе төбәк вәкилдәре ҡатнаша һәм делегацияға әүҙем эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Форум сиктәрендә «Бөтә донъя тәбиғәт мираҫын файҙаланыу һәм һаҡлау» конференцияһында Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина, «Янғантау» геопаркы директоры Айрат Ғәлиев сығыш яһаны, сарала шулай уҡ геология-минералогия фәндәре кандидаты, «Геолог менән ял көндәре» проекты авторы Фәниз Ардисламов ҡатнашты.

Форумдың эшлекле программаһында Өфө фән һәм технологиялар университеты хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан Республикаһында ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша: бөтә республиканан балалар «Рәсәйҙең тәбиғәт байлығын һаҡлау» бөтә Рәсәй халыҡ-ара проект сессияһында ҡатнаша.

- Форум программаһында Башҡортостандың ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусылары әүҙем ҡатнаша, улар олимпиадаларҙа, конкурстарҙа үҙҙәренең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләгән хаттар яҙҙы, - тип һөйләне Элина Ғатауллина.

Үҙ сығышы сиктәрендә Элина Ғатауллина, Бөтә донъя мираҫы объекттары һәм биосфера резерваттары менән бергә, ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары тотороҡло үҫешкә ирешеү алымдарының тулы йыйылмаһын төҙөй һәм глобаль һәм локаль перспективаларҙы берләштереү юлы менән Тотороҡло үҫеш маҡсаттары-2030-ҙы тормошҡа ашырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, тип билдәләне.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: