Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
13 Декабрь 2022, 08:00

Айыуҙы атып алған

Бөрйән районының Байғаҙы ауылы эргәһендә айыуға законһыҙ һунар итеү осрағы асыҡланған.

Айыуҙы атып алған
Айыуҙы атып алған

Һуңғы ваҡытта ҡырағай йәнлектәргә законһыҙ рәүештә һунар итеү осраҡтары йышайҙы. Күптән түгел Бөрйән районының Байғаҙы ауылы эргәһендә шундай хәл булған. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Бөрйән районы буйынса юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары менән бергә рейд барышында законһыҙ рәүештә айыу атыу осрағын асыҡлаған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Байғаҙы ауылынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта полиция хеҙмәткәрҙәре 54, 38, 35 йәштәге өс ирҙе енәйәт урынында ҡулға алған һәм полиция бүлегенә алып киткән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быға тиклем хөкөм ителгән 54 йәшлек ирҙең һунар итеү өсөн лицензияһы булмаған, ләкин был уға урманға һунар итергә килергә ҡамасауламаған. Ғәйепләнеүсе айыуҙы өңөндә күреп ҡалып, ошо мәлдән файҙаланырға хәл иткән. Ул хайуанды атып үлтергән, ләкин түшкәһен бүлеүҙе бер үҙе башҡарып сыға алмаған. Шул саҡта яҡында ғына йәшәгән кешеләр уға ярҙам иткән. Башланған эш тамамланмай ҡалған, браконьерҙарҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған.

Ирҙәр үҙ ғәйебен таныған. Тентеү барышында хоҡуҡ һаҡсылары ике һунар ҡоралы, 20-нән ашыу патрон, бысаҡ һәм хайуан түшкәһен тартып ала. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһындағы мәсьәлә хәл ителә.

Фото: m.nkj.ru

Айыуҙы атып алған
Айыуҙы атып алған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: