Кисә Әбйәлил районы полицейскийҙары хоҡуҡ боҙоусыны енәйәт өҫтөндә тотҡан. Законһыҙ һунар итеү тураһында ғариза Башҡортостандың Һунарсылар һәм балыҡсылыҡ ассоциацияһы ағзаларынан алынған. Улар Теләш ауылы янында Магнитогорскиҙа йәшәгән 62 йәшлек ирҙең автомобилен туҡтатып, унда 15 килограмға яҡын ҡоралай ите, ике эт һәм һунар ҡоралына юлыҡҡан.
Асыҡланыуынса, мылтыҡҡа ҡарата проблема булмаған - ул теркәлгән, ә бына ҡоралай аулауға лицензия булмаған. Унан да бигерәк, эксперттар белдереүенсә, ҡоралайҙың йәше алты айҙан артмаған, шунлыҡтан уны атыуға рөхсәт булмаған.
БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һунарсынан машина, мылтыҡ, бысаҡ һәм ҡоралай ите тартып алынған. Әле зыян күләме баһалана һәм енәйәт эшеy ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
Һунарсы ҡомарымы әллә кешенең нәфсеһе шул тиклем көслөмө, әйтеүе лә ҡыйын, бер ниндәй зыяны булмаған ҡоралай ауларға тырышыусыларға аптырарһың. Нимә етмәйҙер инде уларға...
Фото: "Башинформ".