Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
10 Ғинуар 2023, 13:10

Тәбиғәт һаҡлауға мохтаж

Был эштә кешеләрҙең ярҙамы талап ителә.

Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.

Беренсе тапҡыр был датаны Кеше аяғы баҫмаған тәбиғәтте һаҡлау үҙәге һәм Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй башлайҙар. 1916 йылда был көндө Рәсәйҙә тәүге Баргузин дәүләт ҡурсаулығы булдырылған.

Дәүләт күләмендәге тәүге ҡурсаулыҡ Байкалдағы Баргузин кешен һәм башҡа йәнлектәрҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолған. 1986 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән Баргузин ҡурсаулығына биосфералы статусы бирелгән, һәм ул донъя-ара биосфералы резерваттар селтәренә индерелгән. Бөгөн был ҡурсаулыҡ Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекты өлөштәренең береһе һанала.  

Беҙҙең ҡурсаулыҡтар

 

Әлеге көндә Рәсәйҙә 33 миллион гектар майҙанлы 100 ҡурсаулыҡ һәм ете миллион гектарға яҡын майҙанды биләгән (был – илебеҙ территорияһының 0,41 проценты) 35 милли парк иҫәпләнә. Ҡурсаулыҡтар үҫемлек һәм йәнлектәр төрөнөң 80 процентын һаҡларға ярҙам итә.

Башҡортостан биләмәһендә “Башҡорт”, “Шүлгәнташ”, “Көньяҡ Урал” кеүек өс ҡурсаулыҡ һәм бер “Башҡортостан”  милли паркы урынлашҡан.

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы республикала боронғоларҙан һанала һәм федераль статусҡа эйә. Ул 1929 йылда ойошторолған. Ҡурсаулыҡ республиканың Бөрйән, Әбйәлил һәм Белорет райондарына ҡараған ерҙәрен биләй. Дөйөм майҙаны – 49609 гектар. Ҡурсаулыҡ тәбиғәт процестарының һәм күренештәренең тәбиғи әйләнешен, үҫемлек һәм хайуандар донъяһының генетик фондын, айырым төрҙәрен, типик һәм уникаль экология системаларын өйрәнеү һәм һаҡлау өсөн булдырылған. Ҡурсаулыҡ биләмәһе рельеф үҙенсәлеге буйынса бер-береһенән ныҡ айырылып торған ике өлөшкә бүленә: көнбайышҡа (Көньяҡ Ҡыраҡа тау массивының байтаҡ майҙанын алып тора) һәм көнсығышҡа (Уралтау һырты сигендә урынлашҡан).  

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында 76 ғаиләгә ҡараған 807 төргә яҡын көпшәле үҫемлек булыуы билдәле. Ҡатмарлы сәскәлеләрҙең 77 төрө, ҡыяҡлыларҙың – 58, рауза сәскәлеләренең – 45, ҡәнәферҙәрҙең – 39, ҡуҙаҡлыларҙың – 33, күрәнлеләрҙең – 26, сиражлыларҙың – 24, сатыр сәскәлеләрҙең 21 төрө бар.  

Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡ биләмәһендә япраҡлы-ылыҫлы ҡатнаш урман үҫә. Һыу буйҙары туғай үҫемлектәре менән ҡапланған, урыны менән уны тал, ерек һәм муйыл ағастары алмаштыра. Һөҙәк, һарҡыу тау битләүҙәрен ҡайын, уҫаҡ ағастары күп булған япраҡлы урман ҡаплаған, аралаш ҡарағайҙар күренә. Был урмандарҙа туғай үләндәре, ваҡ ҡыуаҡлыҡ үҫкән аҡландар күп. Текә, ташлы-ҡаялы тау итәктәрен башлыса ҡарағай, урыны менән япраҡлы ағастар баҫҡан.

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының йәнлектәр донъяһы ла бай һәм төрлө. Ҡурсаулыҡта умыртҡалыларҙың 250, шул иҫәптән һөтимәрҙәрҙең 52 төрө, 17 балыҡ төрө, өс ер-һыу хайуандары, һөйрәлеүсе, 192 төр ҡош көн итә. Бөжәктәр араһында күбәләктәр, ҡуңыҙҙар, яры ҡанатлылар, ике ҡанатлылар һәм башҡалар бар.

Ағас ҡыуышында йәшәгән яры ҡанатлылар ғаиләһенә ҡараған ҡырағай башҡорт бал ҡорттары айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ҙур ҡиммәткә эйә. Мышы, болан, беҙҙең климатҡа яраҡлашҡан марал (эре себер боланы), урман һыуһары, ҡондоҙ, ҡама, тейен, ҡуян һәм башҡалар ҡиммәтле йәнлектәр йәшәй. Йыртҡыстарҙан бүре, һоро айыу, һеләүһен, төлкө осрай. Һуңғы ун йылда һеләүһен менән болан һирәгәйгән.

“Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1959 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы итеп булдырылған, ә 1986 йылдан алып ул үҙаллы ҡурсаулыҡҡа әйләнгән. Уның дөйөм майҙаны – 22531 гектар. Көньяҡ Уралдың бейек булмаған тауҙар өлөшөндә республиканың Бөрйән районына ҡараған ерҙәрендә, Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһында урынлашҡан. Үҙенсәлекле символы булып 14,5 мең йыл элек төшөрөлгән һүрәттәре булған, 2,7 километрға һуҙылған Шүлгән мәмерйәһе тора. Район флораһы 800-ҙән ашыу юғары үҫемлектәр төрөнән ғибәрәт, шулар иҫәбендә 12 төрлө ағас, 27 ҡыуаҡлыҡ бар. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына — 40, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына 24 төр индерелгән.

Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Башҡортостандың Белорет районында һәм өлөшләтә Силәбе өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан. Ул 1978 йылда ойошторолған. Был ҡурсаулыҡ Белорет, Ҡатау-Ивановск, Магнитогорск кеүек эре сәнәғәт үҙәктәрен үҙ эсенә алған Көньяҡ Уралдың экологияһын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Ҡурсаулыҡ һунар ителә торған йәнлектәрҙең күптәре өсөн резерват булып хеҙмәт итә һәм уларҙың иҫәбен арттырырға ярҙам итә.

Башҡортостанда тағы бер милли парк – “Башҡортостан” бар. Ул Көньяҡ Уралдың көнбайыш һыртында Нөгөш һәм Ағиҙел араһында, шулай уҡ уға сиктәш Йылайыр яҫы таулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Уның төньяҡтан көньяҡҡа ҡәҙәр оҙонлоғо 30 километр тирәһе. Дөйөм майҙаны — 82,3 гектар. Көнсығыштан милли парк “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы менән сиктәш. Сик оҙонлоғо – 40 километр тирәһе. Парк биләмәһендә өс тәбиғәт һәйкәле бар.

 

Һаҡланғанда ғына ҡәҙерле

 

Әүҙем турист булараҡ, Башҡортостандың бөтә төбәктәрен йөрөп сыҡтым. Беҙҙең тыуған төйәгебеҙҙе икенсе Швейцария менән сағыштыралар. Һәр яҡтың үҙ гүзәллеге, үҙ матурлығы. Тауҙар, урмандар, ҡаялар, йылғалар һәм күлдәр, шарлауыҡтар – былар барыһы ла беҙҙең республиканың байлығы. Ҡышын туристар тауҙарға атлыҡһа, йәйен йылға-күл буйында ял итергә ярата. Был йәһәттән Асылыкүл, Ҡандракүл, Яҡтыкүл, Талҡаҫ туристарҙың күпләп килеүен “татый”. Тәбиғәткә мөмкин тиклем зыянды кәметеү өсөн тәү сиратта иң ябай уңайлыҡтар булдырыу мөһим: бәҙрәф, ут яғыу урыны, машина ҡуйырға майҙансыҡ.

Был йәһәттән үрҙә алынған күлдәр араһында Ҡандракүл генә туристарға уңайлы хеҙмәтләндереү тәҡдим итеүе менән маҡтана ала. Күл буйына шлагбаум аша ғына үтеп була. Тимәк, биләмәгә килтерелгән көсөргәнеште көйләп тә, туристар артынан ҡалған  сүп-сарҙы таҙартыу, инфраструктура булдырыу менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр тотоу мөмкинлеген дә бирә. Яҡтыкүл иһә һәр яҡтан тиерлек шифахана һәм профилакторийҙар менән уратып алынғанға һаҡлаулы һәм яҡлаулы.

Талҡаҫ менән Асылыкүл әлегә техноген көсөргәнештән тулыһынса һаҡланған тип әйтеп булмай. Талҡаҫҡа килгәндә, был аңлашыла: күлде былтыр ғына тәбиғәт парктары исемлегенә индерҙеләр һәм быға тиклем булмаған инфраструктураны бер йыл эсендә төҙөп, һәр яҡтан тәртип урынлаштырыу мөмкин түгел. Ә бына Асылыкүл ниңәлер электән ситләтелгән кеүек. Уның яры буйында совет заманында төҙөлгән балалар лагеры ғына бар. Шуның менән бында төҙөкләндерелгән ял урындары сикләнә. Ауылдарҙа аласыҡ, йәйге өй һымаҡ ял итеү урыны табырға була, әлбиттә. Әммә күлгә килгән туристар һанын бының менән генә ҡәнәғәтләндереп булмай. Шуға ла күл буйында сүп-сар күп, тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре уны йыйып, тәртип урынлаштырып өлгөрмәй. Күлдең һәр яҡтан асыҡ булыуы ла бәкәлгә һуға.

Асылыкүлгә ҡағылышлы тағы бер глобаль мәсьәлә бар: ул да булһа, күлдең һайығыуы. Ғалимдар, экологтар оҙаҡ йылдар дауамында был күренештең сәбәбен асыҡларға маташа, әммә быға тиклем күрелгән саралар әлегә әллә ни һөҙөмтә бирмәне.

ЮНЕСКО аша Асылыкүлдең торошона ҙур йоғонто яһаған Берҡаҙан-ҡамыш һаҙлығын тергеҙеүгә күп көс һалынды. Һаҙлыҡ йәнләнде. Ошо биш йыл эсендә бында күптән ҡайтмаған ҡоштар һаны артты, торналар күбәйҙе. Уның торошо тиҙҙән Асылыкүлдә лә сағылыр тигән өмөттә ғалимдар һәм тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре.

 

Геопарк – яңыса ҡараш

 

Башҡортостанда бөгөнгә ике геопарк биләмәһе теркәлде: “Янғантау” һәм “Торатау”. Геопарк, ҡурсаулыҡ һәм тәбиғәт парктарынан айырмалы, тәбиғәтте һаҡлауға икенсе, заманса ҡараш булыуы менән йәлеп итә. Тәү сиратта, геопарк биләмәһе ЮНЕСКО тарафынан һаҡлауға алына. Әлеге мәлдә донъяла 46 илдә 177 геопарк бар. Уларҙың күпселеге Ҡытайҙа урынлашҡан.

Икенсенән, ҡурсаулыҡтар биләмәһендә йәшәгән халыҡҡа хужалыҡ эштәре алып барыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра: бесән эшләү, мал көтөү һәм башҡаһын һаҡланған урындың етәкселеге менән килешеп атҡарырға кәрәк. Ә геопарк биләмәһендә бындай мәшәҡәттәр юҡ, ул киреһенсә, ауыл халҡына яңы мөмкинлектәр асыуы менән ҡыҙыҡлы, сөнки бында агротуризм, аш-һыу, милли йолалар туризмын үҫтереү, кәсептәрҙе һаҡлау һәм туристарға күрһәтеү кеүек эштәр хуплана. Был йәһәттән тәүгеләрҙән булып эш башлаған “Янғантау” геопаркын ғына алып ҡарайыҡ.

Салауат һәм Ҡыйғы райондары биләмәһендә урынлашҡан геопарк Башҡортостандың тарихи яҡтан бай, тәбиғәте иҫ китмәле матур урында урынлашҡан. Ғалимдар был урындарҙы күптән ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнһә лә, әлеге биләмәлә боронғо диңгеҙ булыуын, уның ятҡылыҡтары әле лә табылыуын йәмәғтселек әле генә белде шикелле.

Геопаркка сәйәхәт ҡылыу – үҙе бер тамаша. Биләмәлә урынлашҡан тәбиғәт объекттарын бер көндә генә ҡарап сығыу мөмкин түгел. 32 археология һәйкәле бар. Шуларҙың туғыҙы федераль әһәмиәткә эйә. Лаҡлы, Иҙрис, Урмантау мәмерйәләренә, Ҡорғаҙаҡ шишмәһенә сәйәхәт, кәмәлә Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйлап ағып төшөү, музейҙарҙа булыу – былар барыһы ла онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра. Иң мөһиме – геопарк булдырылыу менән туристар ағымы көйләнде. Хәҙер Йүрүҙән буйы таҙарып ҡалды. Был ҡырағай туристар һанының кәмеүенә бәйлелер, моғайын.

Башҡортостан Республикаһы геопарктар системаһын булдырыу, ошоға бәйле закон проектын әҙерләү буйынса Рәсәйҙә беренселәрҙән булып эш башланы. Ошолай ярылған һуҡмаҡ буйлап “Торатау” геопаркы ла үтте. Ул да геологик объекттарға бик бай. Торатау, Йөрәктау, Ҡуштауҙың йәшен ғалимдар 1 миллиард 250 миллион йыл тип билдәләй.

Бынан бер нисә йыл элек ғаилә менән Торатауға мендек. Тауҙың көсө, монументаллеге һаҡландыра. Әммә туристар һанының күплеге һәм тауға тәртипһеҙ рәүештә артылыуы әҙерәк күңелде ҡырған ине. Асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы тапаған кеүектәр. Быйыл иһә тауға тимер баҫҡыстар эшләнде. Интернет селтәрендә был баҫҡыстарға ҡаршы сығыусылар ҙа булды, әммә уларҙың ни тиклем кәрәклеген аңламау арҡаһында ғына тыуғандыр был бәхәс. Тауға туристар тарафынан яһалған көсөргәнештең кәмеүен быйыл яҙ тойорбоҙ тип фаразларға ҡала, сөнки бында һаҡланған уникаль үҫемлектәр иркен тын алып ҡаласаҡ.

 

Гүзәл ХӘКИМОВА, “Башҡортостан” милли паркының туризмды үҫтереү буйынса әйҙәүсе белгес:

“Башҡортостан” милли паркы – республикала ошондай берҙән-бер биләмә. Уның майҙаны – 82 300 гектар. Урман, тау, йылға-күлдәр, мәмерйәләр һәм далаларҙы үҙ эсенә ала. Ике һыуһаҡлағыс та беҙҙең биләмәлә урынлашҡан. Йылға һәм шишмәләрҙең дөйөм оҙонлоғо 500 километр тәшкил итә. Иң матур урындарҙың береһе – тәрәнлеге 134 метр булған Ҡотоҡ-сумған мәмерйәһе. Күперле шарлауығы, Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары бер-береһенән 15 километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан.

Был урындарҙың бай тәбиғәте ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған риүәйәт һәм легендар менән һуғарылған. Һирәк осрай торған хайуандар күп, парк хеҙмәткәрҙәре солоҡсолоҡто һаҡлау менән шөғөлләнә.

Парк туристарҙы йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Әүҙем ялға өҫтөнлөк биргәндәр өсөн атта, ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү ойошторолған. Ҡышын саңғыла йөрөү, йәйен велосипед һәм кәмәләрҙә ағып төшөү, фототурҙар – барыһы ла бар. Саф һауа һулап, тәбиғәттән көс алырға теләүселәр өсөн Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында йорттар төҙөлгән. Унда туристарҙы эҫе сәй һәм мунса көтә.

200 йыл элек был урында Вознесенск баҡыр иретеү заводы эшләгән. Ул 1756 йылда төҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы унан бөгөн бер нәмә лә ҡалмаған. 1774 йылда Пугачев ғәскәрҙәре уны яндыра һәм юҡҡа сығара. Ошо Пугачев яуының тарихын, шаңдауын һаҡлаған ерҙәр буйлап экскурсиялар ойоштола.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

 

Читайте нас: