Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
12 Ғинуар 2023, 20:00

Сатлама һыуыҡта - саҡырылмаған ҡунаҡ...

“Бына Әтеккә һеләүһен килеп етте..."

Сатлама һыуыҡта - саҡырылмаған ҡунаҡ...
Сатлама һыуыҡта - саҡырылмаған ҡунаҡ...

Бөрйән районының Әтек  ауылына сатлама һыуыҡта көпә-көндөҙ һеләүһен “ҡунаҡҡа” килгән. Ауыл йорттары тәҙрәләре эргәләп ҡурҡмай йөрөгән йылғыр йыртҡысты шаһиттар видеоға төшөргән.

“Бына Әтеккә һеләүһен килеп етте”, – тип аңлатма биргән яҙма авторы. Ауыл халҡының әйтеүенсә, һеләүһен нимәнәндер ҡурҡыпмы, әллә табыш эләктерә алмаймы, кире урманға йүгергән. Уларҙың ҡышҡыһын ауылдарға яҡынлашыуы тураһында хәбәрҙәр булып тора, тип хәбәр итә “Башинформ”. Яңыраҡ Яңауыл районының Султый ауылы эргәһендә лә “саҡырылмаған ҡунаҡ” йөрөүен кешеләр күргән.

Видеояҙма авторы - Гөлфиә Хәмитова, фото - скриншот.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: