Күптән түгел районыбыҙҙың иң хозур урындарының береһе – “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы ойошторолоуға 25 йыл тулды. Парктың барлыҡҡа килеү тарихы, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге тураһында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының экологик белем биреү бүлеге методисы Эльвира Аллағужина һөйләне.
– 1995 йылдың апрелендә республиканың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарына Күгәрсен районы хакимиәтенән туристик мөхиттә билдәле булған Оло Эйектең каньонын тәшкил иткән үҙәненә хәүеф янауы тураһында хат килә. Шул сәбәпле Мораҙым тәбиғәт комплексы урынында айырым һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы булдырыу һорала.
Яуап итеп министрлыҡ тарафынан Күгәрсен районына махсус комиссия ебәрелә, ул тикшереү үткәреп, һөҙөмтә тураһында яҙырға тейеш була. Комиссия Мораҙым тарлауығы һәм уның эргә-тирәһендәге 10 гектар ерҙә ҡыҙыҡлы спелеологик объекттар барлығын, иң мөһиме, фәнни әһәмиәткә эйә һәм айырым һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы талаптарына тап килгән мәмерйәләр барлығын билдәләй.
Комиссия составына билдәле ғалимдар, шулай уҡ министрлыҡ һәм район хакимиәте вәкилдәре инә. Дәүләт комиссияһы тәбиғәт паркы ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Тәбиғәт паркы территорияһы функциональ зоналарға: тыйылған, заказлы һәм рекреацион ҡулланыу зоналарына бүленгән. Дөйөм майҙаны – 23 117 гектар. Парктың биләмәһе үҙ эсенә фәнни, экологик, тарихи-мәҙәни һәм эстетик әһәмиәткә эйә комплекс һәм объекттарҙы алған.
Төп бурыстары:
l тәбиғәт комплекстарын, уникаль, тарихи-мәҙәни тәбиғәт участкаларын һәм объекттарын һаҡлау;
l ял өсөн шарттар булдырыу, рекреацион ресурстарҙы һаҡлау;
l тәбиғәтте һаҡлау буйынса эффектив ысулдар индереү һәм тәбиғәт паркын ҡулланғанда экологик балансты тотоу.
Ошо бурыстарҙы үтәү өсөн беҙҙә ике бүлек эшләй: һаҡлау һәм экологик белем биреү бүлектәре.
Парк Күгәрсен һәм Йылайыр райондары ерҙәрендә урынлашҡан. Тарлауыҡтың матур күренешле ҡаяларында Кесе Эйек йылғаһына тиклем һәм артабан төньяҡҡа табан аҫҡы, урта һәм үрге девондың рифоген эзбизташтары асыҡ күренә. Киңлек йүнәлешендә йылғалар киҫеп үткән урындарҙа текә, аҫылынып торған, 100 метрҙан да бейегерәк ярлауҙар барлыҡҡа килгән, улар асыҡ күренә һәм геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн бик уңайлы. Шуны ла әйтергә кәрәк, Урал – боронғо девон диңгеҙенең көслө рифтары арҡаһында барлыҡҡа килгән эзбизташлы берҙән-бер урын. Ундай ер Германияла ғына бар (Гарце).
Флора һәм фауна байлығы был районды девон ваҡытындағы органик тормошто стратиграфия һәм эволюция яғынан өйрәнеүгә мөмкин булыуы менән мөһим. Геологик яҡтан “Мораҙым тарлауығы” донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә. Мораҙым яҡтары спелеологик объекттарға бай, унда – 46 мәмерйә. Был – Уралдағы иң күп мәмерйәләр. Уларҙың һәр береһе төрлө оҙонлоҡта – 10-дан 2000 метрға тиклем. Һәр мәмерйә үҙенсә уникаль һәм ҡабатланмаҫ. Иң билдәлеләре – “Яңы Мораҙым”, “Иҫке Мораҙым” һәм “Күгәрсен ҡыуышлығы”.
Йылдан-йыл Мораҙымдың популярлығы арта бара, 2021 йылда беҙгә 32 311 кеше килһә, 2022 йылда 46 850 кеше булды. Шуға күрә экскурсиялар һаны ла арта, өҫтәмә экскурсоводтар алына, рекреация зонаһы төҙөкләндерелә, инфраструктура үҫешә.
Тәбиғәт паркы ҙур түгел, бөтәһе 11 кеше эшләй, коллектив татыу һәм берҙәм.
2022 йылда дәүләт инспекторҙары тарафынан 300 рейд үткәрелде, 15 аншлаг һәм карта-схема ҡуйылды, ашатыу майҙансыҡтары йыһазландырылды. Экологик белем биреү бүлеге 60 экологик сара уҙғарҙы, парк хеҙмәткәрҙәре һаҡ йорто төҙөнө, даими рәүештә сүп-сар йыйыла, парк территорияһы йыл әйләнәһенә таҙа һәм йыйнаҡ тотола.
- Розалия ИСҠУЖИНА