Ауырғазы районының Талбазы ауылы эргәһендәге Мүклекүлдә балыҡ тонсоҡмаһын өсөн бик ваҡытлы акция ойошторолдо. Мәкеләр уйыу эшендә район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Афғанстан һуғышы ветерандары союзы вәкилдәре ҡатнашты. Тәү тапҡыр балыҡтарҙы ҡотҡарыу буйынса яуаплы эшкә райондың ветеринария станцияһы бригадаһы ла ҡушылды.
Эколог Миҙхәт Рауил улы “туңмай торған мәке” уйыу буйынса үҙе уйлап сығарған технологияһын күрһәтте. Бер көн эсендә күлдә 50-нән ашыу һауа үткәреү мәкеләре барлыҡҡа килде, уларға бер нисә тиҫтә табан балығы селбәрәһе ебәрелде.
Миҙхәт Хәсәнов район ветерандары союзы рәйесе Рәмил Асуловҡа, киләсәктә бындай мөһим сараларҙы үҙаллы үткәреүҙәренә өмөт тотоп, боҙ быраулағыс бүләк итте. Аҙаҡ эколог район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов менән осрашып, уға ла ошондай уҡ боҙ быраулағыс тапшырҙы. Улар райондағы экологик хәл тураһында фекер алышты, һыу ятҡылыҡтарында балыҡ байлығын һаҡлау, үрсетеү мәсьәләләренә лә ҡағылды, тип яҙа “Аургазинский вестник” гәзите.
Данил Андреев фотолары.