Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
8 Февраль 2023, 09:55

Ауылға бүре килгән

Көпә-көндөҙ ауылға килгән йыртҡыс хайуанды атҡандар...

Ауылға бүре килгән
Ауылға бүре килгән

Был хәл кисә көпә-көндөҙ Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында булған.

— Бөгөн, 7 февраль, Баймаҡ районы Ҡарамалы ауылы, бына ауыл эргәһендә бүре йөрөй. Баҫтырып килеп, бер кәртә эргәһендә атып алдыҡ, — ти видео авторы.

Билдәле булыуынса, ҡышҡыһын бүреләр әүҙемләшә, аҙыҡ эҙләп ауылдарға яҡынларға мөмкин. Һаҡ булығыҙ!

Шулай уҡ башҡа ауылдарҙа ла ошондай хәлдәр күҙәтелһә, мотлаҡ рәүештә район һунарсылар ойошмаһына хәбәр итегеҙ. Үҙегеҙ атып йәиһә үлтереп, "ҡом түләүле" булып ҡалмағыҙ!

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: