Быйыл республикағы яңылыҡтар таҫмаһында йыш ҡына өкөләр тураһында мәғлүмәт осрай: баҡһаң, ағымдағы ҡышта улар Өфөнө үҙ иткән, баш ҡаланың теге йәки был урамында осрауын кешеләр хәбәр итеп тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар паркта йә ағастар күпләп үҫкән урындарҙа ғына булмай, ә йәнле урам буйында ла осрап ҡуя, хатта йортҡа осоп ингән осраҡтар ҙа бар. Күптән түгел иһә Черниковка биҫтәһендә вентиляция шахтаһына осоп ингән өкө тураһында ла яҙҙылар. Ярай әле битраф булмаған кешеләр ҡотҡарыусыларҙы саҡырған һәм өкөнө үлемдән алып ҡалғандар. Ленин урамында, “Родина” кинотеатры эргәһендәге ағастарға иһә өкөнө ала ҡарғалар баҫтырып килтергән. Баҡһаң, был әрһеҙ ҡоштар матурҡайҙарҙы эҙәрлекләй икән.
Бөгөн иһә өкө тағы ла Өфөнөң үҙәгенә, Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына “ҡунаҡҡа” килгән. Күркәм ҡошто балалар тәҙрә аша, шыршы ботаҡтарында ойоп ултырғанда төшөрөп алған. Тәҙрә артында йәнлелек артҡанды күреп, ялға туҡтаған өкө уянып китте, ти балалар.
Белгестәр иһә был ҡоштарҙың ни өсөн тынғыһыҙ ҡалаға осоп килгәнен ябай сәбәп менән аңлата: улар бында, нигеҙҙә, төп аҙыҡ рационын тәшкил иткән һәм мегаполиста күпләп йәшәгән ҡоротҡостарҙы – сысҡандарҙы юллап килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалаға килеп ҡотҡарыусыларға эләккән ҡоштарҙың күбеһе хәлһеҙ һәм сирле булып сыға – был иһә экологияға бәйле, ти белгестәр.
Фото: Р. Нуреева