Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2-3 март көндәре республикабыҙға Урман хужалығы федераль агентлығы етәкселеге киләсәк.
Тәүге көндө "Торатау" конгресс-холында Урман хужалығы федераль агентлығы етәкселеге һәм Волга буйы, Үҙәк, Көньяҡ һәм Урал федераль округы буйынса департамент начальниктары ҡатнашлығында йомғаҡлау кәңәшмәһе ойоштороласаҡ. Икенсе көнө республикабыҙҙың урман хужалығы ойошмаларына сығып күсмә ултырыш уҙғарыу эш планына ингән.
Әйткәндәй, бындай оло сара республикабыҙҙа юҡҡа уҙғарылмай. Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, республикабыҙ Волга буйы федераль округының, дөйөм алғанда, Рәсәйҙең урман хужалығы тармағы үҫешенә тос өлөш индерә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.