Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Март 2023, 09:00

Тишка үлгән

Ситлектә йәшәп хәлһеҙләнгән айыуҙы Иглин фермеры үҙ ҡарамағына алғайны. Хайуанға нимә булған?  

Тишка үлгән
Тишка үлгән

Иглин районы фермеры Сәғитйән Иҙиәтуллин “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына үҙ хужалығында аҫралған айыуҙарҙың нисек ҡышлауы тураһында һөйләгән.

Билдәле булыуынса, Сәғитйән Хәсән улы 2020 йылда Ишембай районында бик ауыр хәлдә табылған Тишка исемле айыуҙы үҙ ҡармағына алғайны. Ҡасандыр циркта эшләгән айыуҙың яҙмышы бик аяныслы: хужаһы төрмәгә эләккәндән һуң ул 20 йыл самаһы ситлектә йәшәргә мәжбүр була. Артабан, Иглин фермеры ҡулына эләккәндән һуң, уның ярайһы уҡ тиҙ арала хәле яҡшырҙы. Тишканың хәле тураһында беҙҙең сайтта ла бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ.

Баҡтиһәң, Тишка үлеп ҡалған. Был хәл былтырғы яҙҙа булған. “Уянғандан һуң биш көн генә йәшәне, ләкин ашҡаҙаны эшләмәне. Ҡартайғайны ул, 26 йәш ине”, - ти фермер.

Әле Иҙиәтуллиндың хужалығында Мишка исемле айыу йәшәй.

Сығанаҡ һәм фото: “Башҡортостаным/яңылыҡтар” төркөмө һәм “Башинформ” агентлығы.

Видео: С. Иҙиәтуллиндың шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: