Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Март 2023, 14:30

“Ул шундай мөһәбәт итеп баш эйә!”

Ауыл урамдарын бер итеп йөрөгән болан тәмлекәстәр ашарға ла әүәҫләнеп алған. Асыҡланыуынса, Стәрлебаш районында...  

“Ул шундай мөһәбәт итеп баш эйә!”
“Ул шундай мөһәбәт итеп баш эйә!”

Беҙҙең  Стәрлебаш районынында эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ райондың бер ауылын үҙ иткән боландың хәлен белергә барған.

“Стерлибашевские родники” гәзите төркөмөндә баҫылған видеонан күреүебеҙсә, мөһабәт урман хужаһы ауыл урамын бер итеп йөрөп ята һәм редакция автомобиленән бөтөнләй ҡурҡмай, ул ғына түгел, хатта килеп “хәл-әхүәл” дә һораша.

Видеоны гәзит хәбәрсеһе Рәйлә Тайғунова төшөргән. Улар баҫманың фотохәбәрсеһе Рөстәм Йәғәфәров менән эш буйынса командировкаға барған һәм юл ыңғайы данлыҡлы боланды күреп сығырға булған.

 – Кисә командировканан ҡайтып барышлай боланды күреп сығырға ниәтләнек. Ауылда ул бер ат менән бергә йәшәй, бесән көйшәгән арала, һыйлаусылар күп булғас, тәмле печеньелар ашарға ла өйрәнеп алған. Бығаса боланды күргәндәр: “Хушлашҡан саҡта ул шундай мөһабәт итеп баш эйә, хайран ҡалырлыҡ”, - тигәнен ишеткәнебеҙ бар ине. Ысынлап та был шулай! Иҫ киткес матур күренеш, һоҡланып ҡайттыҡ. Был урман матурҡайы өсөн һәр саҡ борсолоп торабыҙ: юлында яуыз ниәтле кешеләр осрай күрмәһен! - ти Рәйлә Тайғунова.

Фото һәм видео: Рәйлә Тайғунова. 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: