Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
7 Март 2023, 07:00

"Иртә менән мөғжизә көткәйнем..."

Һәр беребеҙгә көндө ошондай матур кисерештәр менән башларға яҙһын!

"Иртә менән мөғжизә көткәйнем..."
"Иртә менән мөғжизә көткәйнем..."

Көйөргәҙе районынан Ғәзимә Аҙнабаева (Иҫәнғазина) социаль селтәрҙә матур йөкмәткеле яҙма һәм фотолар менән уртаҡлашҡан.

“Иртә менән юлға сығыу бер аҙ ҡыйын булып торһа ла, үҙемде яҡшыға көйләп, ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй сыҡтым юлға. Мөғжизәнең ниндәйе көткән бит әле! Юлыбыҙҙа ҡоралайҙар осраны! Был иҫ киткес матур йәнлектәрҙе күреү мине шул тиклем бәхетле итте. Ҡоралай, илек, ҡыр кәзәһе... Мифологияла ул юл күрһәтеүсе, юл башлап барыусы мәғәнәһендә икән. Иртә таңда бер генә ҡоралай осраған ине, төшкә табан көтөүе менән килеп сыҡтылар. Имен генә йөрөгөҙ инде, матурҡайҙар!” – тип яҙған ул.

Ҡышҡы юл буйлап сабып барған ҡоралайҙар – ғәжәйеп матур күренеш. Всынлап та, урман-ҡырҙарыбыҙҙың ҡабатланмаҫ биҙәге булған һоҡланғыс йән эйәләрен хәүеф-хәтәр урап үтһен!

Фотолар һәм мәғлүмәт сығанағы: Ғәзимә Аҙнабаеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

"Иртә менән мөғжизә көткәйнем..."
"Иртә менән мөғжизә көткәйнем..."
"Иртә менән мөғжизә көткәйнем..."
"Иртә менән мөғжизә көткәйнем..."
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: