Ҡыш – урманда йәшәгән ҡоштар һәм йәнлектәр өсөн иң ауыр мәл. Улар өсөн хатта сатлама һыуыҡ та әллә ни ҡурҡыныс түгел, ә бына аслыҡҡа түҙеүе бик ҡыйын.
"Ҡоштарҙы ашат!" акцияһына ҡушылып, Бөрйән районының Ырғыҙлы мәктәбе уҡыусылары төрлө-төрлө тағараҡтар яһаны, һәр кем үҙенең тағарағы тураһында, эшләшергә ярҙам иткән яҡындары хаҡында һөйләне. Артабан уҡыусылар уларҙы “Башҡортостан” милли паркының "Ҡайынҡай" экоһуҡмағына элде.
Балалар һыйланырға осоп килгән ҡоштарға ҡарап шатланды. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ашарға алып килеп торорға һүҙ биреп, ҡыуанышып таралышты улар.
Гүзәл ХӘКИМОВА