Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
14 Март 2023, 14:12

Кейек аулау тәртибе тураһында

Министр урынбаҫарынан аңлатма.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һунар – хайуандар донъяһын ҡулланыуҙың төп төрҙәренең береһе, ул иҡтисади, экологик, мәҙәни һәм рекреацион ҡиммәткә эйә. Һунарсылыҡ тураһында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил БИРҒУЛИЕВ ентекле аңлатма бирҙе.

 – Билдәле булыуынса, һунарға сығыр алдынан тәү сиратта тейешле доку­менттарың булыуына инанырға кәрәк, уларҙы иһә алдан хәстәрләү мөһим.

– Тап шулай. Бының өсөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына (Өфө, Ленин урамы, 86) йәки уның район-ара хеҙмәттәренә, Күп функциялы үҙәккә йәки Дәүләт хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә һәм һунар билеты хәстәрләргә кәрәк. Уның өсөн ғариза тултырырға, ике фото, паспорт күсермәһен беркетергә. Ғаризаны тапшырғанға тиклем граждан һунар минимумының талаптары менән үҙаллы танышырға, улар яҙмала күрһәтелергә тейеш.

Һунар ҡоралын һаҡлауға һәм йөрөтөүгә рөхсәт алырға Дәүләт хеҙмәте аша Росгвардияға (территориаль органға) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кәрәкле документтар исемлеге һунар ҡоралын һаҡлауға һәм йөрөтөүгә рөхсәт биреүҙең административ ҡағиҙәләре менән билдәләнә.

Кейек, ҡош-ҡорт аулауға рөхсәт алыуға туҡталып китке килә. Һунар итергә уйлаһағыҙ, рөхсәтте беҙҙең министрлыҡтан йәки уның район-ара хеҙмәттәренән алырға кәрәк. Әгәр ҙә был ғәмәлде һунар итеү өсөн тәғәйенләнгән хужалыҡтарҙа башҡарырға теләйһегеҙ икән, ойошмаларҙан, һунар тураһында килешеү төҙөгән айырым эшҡыуарҙарҙан рөхсәт һәм юллама алырға кәрәк.

– Башҡортостанда ҡайҙа һунар итергә мөмкин?

– Тыйылған ерҙәр – өс федераль кимәлдәге ҡурсаулыҡ һәм бер милли парк, төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт биләмәләре – биш тәбиғәт паркы, 27 дәүләт ҡурсаулығы, шулай уҡ Өфө районы биләмәһе. Ошо һанап үтелгән биләмәләрҙә һунар итеү ҡәтғи тыйыла.

Һунар итеү өсөн рөхсәт ителгән биләмәләр: һунар тураһында килешеү нигеҙендә ойошмалар, айырым эшҡыуарҙар ҡулланған һунарсылыҡ биләмәләре һәм тағы ла дөйөм ҡулланыуҙағы һунар итеү урындары. Республика ландшафттарының һәм тәбиғи зоналарының төрлөлөгө уның хайуандар донъяһының байлығын һәм төрлөлөгөн билдәләй. Башҡортостанда 47 төр балыҡ, 300-гә яҡын ҡош, 77 һөтимәр, шул иҫәптән һунар ресурстарынан – дүрт төр тояҡлы хайуандар, бер төр айыу, 27 төр тире йәнлеге, 57 төр ҡошҡа һунар итергә була. Һунарсылар айыу, бүре, төлкө, һеләүһен, һуйыр, өйрәккә өҫтөнлөк бирә.

Республикала йыл һайын Башҡортостан Башлығы раҫлаған һунар ресурстарын алыуға квота булдырыла. Әйтәйек, 2022–2023 йылдарҙағы һунар миҙгелендә 2028 мышы, 2007 болан, 51 һеләүһен, 530 айыу һәм 887 бурһыҡ ауларға мөмкин.

Ҡырағай ҡабанға һунар күләме билдәләнмәгән, сөнки 2013 йылда был төр һунар ресурстары исемлегенән төшөрөп ҡалдырыла, 2022 йылда һунар ресурстары төрө исемлегенән сығарыла, уларҙы аулау миҙгелле етештереүҙең рөхсәт ителгән күләменә ярашлы башҡарыла.

Тояҡлы хайуандарға, айыуҙарға, тире йәнлектәренә һәм ҡоштарға һунар Рәсәй Тәбиғәт ресурстары министрлығының бойороғо менән раҫланған һунар ҡағиҙәләре менән билдәләнгән ваҡыт арауығында үткәрелә. Башҡортостан Башлығының бойороғо менән республиканың һунар итеү урындары биләмәһендә һунар зоналарына һәм һунар шарттарына сикләү билдәләнгән.

– Һунарҙа үҙеңде нисек тоторға? Инспекторҙар тикшереү үткәргән мәлдә айырыуса нимәгә иғтибар итә?

– Һунарсыларға ҡәтғи талаптар ҡуйылған:

l хайуандарға ҡарата рәхимһеҙлеккә юл ҡуймаҫлыҡ ысулдар менән һунар итергә;

l һунар урынына килеп еткәнсе ҡоралды ябыҡ килеш һаҡларға һәм мылтыҡтың яһағын алырға кәрәк;

l торлаҡ йорттан (бинанан) 200 метрға яҡын һунар ҡоралын ҡулланырға, тауыш килгән яҡҡа атырға, күҙгә күренмәгән сәпкә, электр сымдарында ултырған ҡошҡа, юл билдәләренә, торлаҡ һәм торлаҡ булмаған йорттарға атыу тыйыла;

l һунар ҡоралын яһағанда йәки бушатҡанда, көпшәне өҫкә йәки ергә йүнәлтергә, кешеләргә арҡаң менән боролоп торорға кәрәк;

l һунар мәлендә төрлө механик саралар һәм осоу аппараттары ҡулланыу тыйыла;

l йәнлекте йәки ҡошто сығарғандан һуң һунарсы һунар ресурстарын алыуға рөхсәт итеп иҫкәрмә яһарға бурыслы.

Коллектив һунарға, ике һәм унан да күберәк һунарсы ҡатнашлығында үткән һунарға айырым талаптар ҡуйылған: хәүефһеҙлек өсөн һунар ресурстарын алыуға рөхсәт бирелгән кеше яуап бирә. Һунарҙа булырға, һунар башланыр алдынан ул унда ҡатнашҡан бөтә кешеләрҙе тикшерергә, ҡоралды һаҡлауға һәм йөрөтөүгә билеттар һәм рөхсәт ҡағыҙҙары булыу-булмауын тикшерергә, коллектив эштә ҡатнашыусылар исемлеген төҙөргә һәм хәүефһеҙлек саралары һәм ҡултамға аҫтында һунарҙы үткәреү тәртибе буйынса аңлатма үткәрергә бурыслы.

– Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары һунарсылыҡ өлкәһендәге ҡануниәттең теүәл үтәлешен тикшереп тора. Шулай ҙа һунар миҙгеле осоронда закон боҙоу осраҡтары теркәлә. Әйҙәгеҙ яза тураһында ла һөйләшеп алайыҡ.

– Һунар миҙгеле башланыу менән 300-ҙән ашыу кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, 50-нән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Яуаплылыҡтың өс төрө бар: матди, административ һәм енәйәт эше асыу. Матди яуаплылыҡ (зыянды ҡаплау бурысы) зыян күләмен ҡаплауҙың махсус алымы буйынса иҫәпләнә. Мәҫәлән, законһыҙ рәүештә ауланған ата мышы өсөн тәртип боҙоусыға – 240 мең һум, инә мышы өсөн 400 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.

Һунар ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға 500 һумдан дүрт мең һумға тиклем штраф йә ике йылға тиклем һунар хоҡуғынан мәхрүм итеү рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған, вазифалы кешеләр өсөн – 20 меңдән 35 мең һумға тиклем. Өҫтәмә яза сифатында һунар кәрәк-яраҡтарын конфискациялау ҡулланыла ала (Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.37-се статьяһының 1-се өлөшө). Законһыҙ һунар (браконьерлыҡ) өсөн енәйәт яуаплылығы Рәсәй Енәйәт кодексының 258-се статьяһына ярашлы билдәләнә.

Законһыҙ һунар өсөн, әгәр:

а) ҙур зыян килтерелһә;

б) автотранспорт йәки самолёт, шартлатҡыс матдәләр, газ йәки ҡоштарҙы һәм хайуандарҙы күпләп юҡ итеүҙең башҡа ысулдары ярҙамында ҡылынһа;

в) ҡоштар һәм хайуандарға ҡарата һунар бөтөнләй тыйылған урындарҙа башҡарылһа;

д) махсус һаҡланған тәбиғәт зонаһында йәки экологик һәләкәт зонаһында йәки экологик ғәҙәттән тыш хәл зонаһында атҡарылһа, 500 мең һумға тиклем штраф һалына йәки хөкөм ителгән кешенең эш хаҡы йә башҡа килемдәренән ике йыл дауамында тотолоп барасаҡ. Суд аша ғәйеплене ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҙә ҡаралған.

– Камил Флүр улы, һунар итеү ҡағиҙ­ләрен төплө аңлатҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: