Көньяҡ Уралдың тәбиғәт байлыҡтарын – ылыҫлы урмандарҙы, һирәк осраған үҫемлектәрҙе, ҡырағай хайуандар донъяһын, тау йылғаларын, һаҙлыҡтарҙы һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау маҡсатында 1978 йылда Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы булдырыла. Ҡурсаулыҡтың майҙаны 250 мең гектарҙан ашыу, ул республикабыҙҙа иң ҙуры. Уның төп өлөшө Белорет районына тура килһә, бер аҙы Силәбе өлкәһенә ҡарай. Унда Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – Оло Ямантау тауы ла урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ биләмәһе Ямашты, Телмәй, Йүрүҙән, Машаҡ, Лапышты, Бирҙеғол һәм Нура урмансылыҡ участкаларына бүленгән. Бөгөнгө һүҙебеҙ Лапышты хаҡында булыр.
Лапышты участка урмансылығы ҡурсаулыҡтың көньяҡ өлөшөндә, Юша, Еләкте, Мәйердәк һырттары битендә урынлашҡан. Биләмә буйлап Оло Инйәр, Юша, Бағарышты, Үрге Лапышты, Мәнәү йылғалары аға. Урмансылыҡ менән сиктәш Татлы ҡасабаһы, Кәртәле, Тихий Ключ, Дубинск, Үрге һәм Түбәнге Мәнәү ауылдары ята. Урмансылыҡтың кәнсәһе Татлы ҡасабаһында урынлашҡан.
– “Лапышты” һүҙенең аныҡ ҡына аңлатмаһы юҡ. Ҡурсаулыҡ ойошторолған саҡта урмансылыҡтың кәнсәһе әлеге мәлдә юҡҡа сыҡҡан Лапышты ауылында урынлашҡан булған, уның исеме шунан тороп ҡалған да инде, – тип һөйләй участка урмансылығының өлкән дәүләт инспекторы Зариф Мозафаров. – Мин етәкселек иткән урмансылыҡтың майҙаны 33,5 мең гектарҙан ашыу. Ул 10 өлөшкә бүленгән. Уларҙың һәр береһе дәүләт инспекторҙарына беркетелгән. Әлеге мәлдә беҙҙә барлығы һигеҙ хеҙмәткәр бар.
Белорет районының Кәртәле ауылынан дәүләт инспекторы Хәлит Сәғәҙәтов Көньяҡ Урал ҡурсаулығында 32 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ул 1963 йылда ошо ауылда ғаиләлә кинйә бала булып донъяға килә. Атаһы Хәлфетдин Сәмсетдин улы ғүмере буйы урман хужалығында ағас ҡырҡыусы, һуңынан балта оҫтаһы булып эшләй. Хәлит ағай 1981 йылда мәктәпте тамамлай, шул уҡ йылдың көҙөндә әрме сафына алына.
Әрменән һуң Белорет ҡалаһында металлургия заводында хеҙмәт юлын башлай, һуңынан Магнитогорск ҡалаһында "Мостоотряд"та монтажсы булып эшләп ала. Тик яҙмыш һуҡмаҡтары кире тыуған яҡтарына илтә, 1990 йылда Кәртәлегә атай йортона ҡайтып төпләнә. Атаһы кеүек урман эше күңеленә ятҡанғалыр, Хәлит Хәлфетдин улы Көньяҡ Урал ҡурсаулығына урмансы булып эшкә төшә.
– Ҡурсаулыҡта эшләү ваҡыты үҙе бер ғүмер инде ул, – тип һүҙен башланы инспектор. – Урмансы һөнәре тәүҙән үк күңелемә ятты. Тәбиғәт ҡосағында йөрөү һаман да оҡшай. Заманында, 90-сы йылдарҙың ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ҡурсаулыҡ тип йән атып эшләнек. Хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы рейдтар үткәрҙек, йыл һайын гектарлап ағас ултыртып, уларҙы тәрбиәләнек. Йәй булһа, урманда ҡырҡынды һалдыҡ. Халыҡҡа утын ебәреү, ҡурсаулыҡ ихтыяжы өсөн утын әҙерләү булһынмы, урманда күп йөрөлдө.
Әлеге мәлдә лә эш етерлек. Урмансылыҡ биләмәһе буйлап патруль рейдтары үткәреп торабыҙ. Йәнлектәр, ҡоштар һанын белеү өсөн маршрут иҫәптәре, күҙәтеүҙәр алып барып ҡурсаулыҡтың ғилми бүлегенә лә ярҙам итәбеҙ. Шулай уҡ урмансылыҡ биләмәһендәге Юша һыртының иң бейек нөктәһе – Дүнән-Һуйған тауына экологик һуҡмаҡ та эшләп килә. 2018 йылда асылған маршрут халыҡ араһында киң танылыу яулап өлгөрҙө. Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан күпләп киләләр. Екатеринбург, Силәбе, Ижевск яҡтарынан да туристар бар. Уларҙы ҡаршы алып, кәрәк саҡта оҙатып та йөрөйбөҙ.
Тағы, беҙҙең биләмәлә урман йорттары бар, уларҙы ҡарап-йүнәтеп торабыҙ. Ҡар иреп, яңынан ятҡансы тәбиғәт янғындарын булдырмау өсөн һаҡ режимы көсәйә. Әммә йылдан-йыл ҡабатланған ҡоролоҡ һәм кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында һуңғы ике йыл эсендә байтаҡ ут сығыу осраҡтары булды.
– Хеҙмәттәшебеҙ Хәлит Хәлфетдин улын маҡтап ҡына телгә алырлыҡ. Урмансылыҡ хужалығының байтаҡ өлөшөн үҙ иңендә тарта ул. Урман йорттарын йүнәтеүҙә ҡатнаша, яҡшы балта оҫтаһы. Зирәк, тырыш, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ваҡытында белем алған булһа, һис шикһеҙ, юғары вазифа биләр ине, – ти хеҙмәттәше хаҡында дәүләт инспекторы Лилиә Шәйәхмәтова.
Участка урмансылығының өлкән дәүләт инспекторы Зариф Мозафаров та һүҙгә ҡушыла:
– “Кеше эше менән күркәм” тигән һүҙҙәр тап Хәлит Хәлфетдин улы хаҡында әйтелгәндер. Уның хеҙмәте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, республиканың профсоюздар ойошмаһы тарафынан юғары баһаланды, ул ҡурсаулыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Ҡурсаулыҡта эшләгән осорҙа ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булғылай. Ошо турала Хәлит ағай бына нимәләр һөйләне:
– Был ваҡиға туғыҙ йыл элек булды. Мәйгәште эргәһендә, 59-сы кварталда ҡырҡынды һалабыҙ, бағаналарҙы яңыртып ултыртабыҙ. Башҡалар ял иткән арала әҙерәк алғараҡ атлап, тирә-яҡты байҡап алырға булдым. Ҡараһам, артымдан "УАЗ" машинаһы килә. Юл ситенән, уның артынан бик ҙур, ғүмерен йәшәгән айыу эйәреп йүгерә. Машиналағылар йәнлекте күрмәй, иғтибар ҙа итмәй.
Водителгә ым-ишара менән күрһәтеп маташам. Аңланылар, минең эргәгә етәрәк машина туҡтаны. Мин дә торған урынымда шаҡ ҡатҡанмын. Айыу ҙа туҡтап ҡалды. Күҙәтәм, ул, ысынлап та, бик ҙур, ундайҙы быға тиклем күргәнем булманы. Берәй нимә була ҡалһа, "буханка"быҙҙы тәгәрәтеп кенә йөрөтөр ине ул. Айыу беҙҙе күҙәтә, ырылдап маташа. Бер минут үттеме-юҡмы, ҡапыл артына әйләнде лә дүрт-биш метр арауыҡты бер һикереп, урман төпкөлөнә инеп юғалды.
Бер мәл яҙ көнө һуйыр уйындары биләмәһе эргәһендә патрулгә сыҡҡайныҡ. Бына бит, 20 метр тирәһеләй арауыҡта, урман эсендә ботаҡтарҙы һындырып, айыу беҙҙең арттан йөрөй. Беҙ тауышланһаҡ, бер аҙға шымып ҡала. Шул тирәлә эште тамамлағансы өйөрөлдө ул беҙҙең янда.
Башҡа йәнлек, ҡоштарҙы ла йыш осратабыҙ. Мәҫәлән, эңер ваҡытында урмандан ҡайтып килгәндә мышыларҙың ҡыуаҡ остарын ашап торғанын күп тапҡыр күргәнем бар. Төлкө, ҡуян, ҡоралайҙар ҙа тап була.
Хәлит Хәлфетдин улы – ғаиләһендә өлгөлө атай. Ҡатыны Нәзирә менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, белем биргәндәр. Әлеге көндә оло улдары Айнур Татлы ҡасабаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаһында диспетчер булып эшләй, ҡатыны менән Амелия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Кесе улы Илмир Өфөлә сауҙа өлкәһендә эшләй.
– Ҡурсаулыҡта эшләгән коллегаларыма ғаилә именлеге, иҫәнлек-һаулыҡ теләр инем. Һаулыҡ булғанда ғына бар нәмәгә өлгәшергә була. Ҡурсаулыҡтың киләсәге яҡты булһын, беҙгә алмашҡа тәбиғәтте яратҡан, эш рәтен белгән йәштәр килһен, – тип йомғаҡланы һүҙен Хәлит Сәғәҙәтов.
Азамат БАЙРАМҒӘЛИН