Марттың аҙағы - йәнлектәрҙең өңдәрен ташлап китеү осоро. Яҙғы ҡояш битләүҙәрҙә аҙыҡ эҙләргә, йылынырға, оҙайлы ҡыштан һуң йыуынырға мөмкинлек бирә.
Бер аҙна элек урындағы халыҡ ҡырағай хайуандарҙың үкергәнен ишеткән. Ошо көндәрҙә тайыш табандарҙың береһен фотоға төшөрөп алғандар.
Ике-өсө йәшлек айыу биләмәлә үлән тамырҙары һәм башҡа тәмле аҙыҡ эҙләп йөрөй.
Айыуҙар март аҙағында, яҙғы ҡояш ҡыҙҙырғас һәм ҡар ирей башлағас ҡына өңөнән сыға, тип белдерә милли парктың матбуғат хеҙмәтендә. Хайуандар үҙҙәренә ризыҡ таба, ҡышҡы йоҡонан һуң рәхәтләнеп йөрөй ала.
"Яҙ иртә булыуға ҡарамаҫтан, айыуҙар өңдән ваҡытында, иртә һәм һуң түгел, ә тәбиғәт әҙер саҡта сыға. Улар аслыҡтан үлмәһен өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ҡар көньяҡ битләүҙәренән иреп бөтөп килә. Шуға күрә уяу булғандары өсөн шатбыҙ, беҙ уларҙы көн һайын күрәбеҙ. Йоҡлағандан һуң улар агрессив, тыныс түгел. Кеше менән осрашыуҙы эҙләмәйҙәр. Әммә һаҡлыҡ сараларын үтәргә кәрәклеге аңлашыла, уларға яҡын барырға ярамай", - тип аңлатма биргән «Башинформ» агентлығына милли парк директоры Владимир Кузнецов.
Фото: "Башҡортостан" милли паркы сайтынан.